Конгэк
+10 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Иң йәмле айым минең!

Һеҙ ҙә шулай уйлайһығыҙмы? Еләкле, сәскәле, осрашыу-сәйәхәткә бай, тыуған яҡта ҡунаҡ булыу мөмкинлеге биргән ай! Рәхмәт һиңә!

Мин ғашиҡ һиңә, июнь!

Айыҡ килеш кенә иҫертерлек,
Хуш еҫ-төҫтәренә иҫ китерлек
Бар тирә-яҡ, бөтә тирә-йүн!
Мөлдөрәмә генә кистәреңә,
Татып туймаҫ танһыҡ хистәреңә
Мин ғашиҡ һиңә, июнь!

Ғүмерҙәрҙең үтеп китеүҙәрен,
Үкенестәрендә өтөүҙәрен
Аңла, йөрәк, ярат һәм дә күн!
Мәлдәрендә генә бәхет һөҙөп,
Минутында ғына һөйөп-көйөп,
Мин ғашиҡ һиңә, июнь!
Айзилә Мортаева.
Иң йәмле айым минең!
Иң йәмле айым минең!
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас: