Конгэк
+10 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Бала саҡ инде төшкә

Матур бала сағым керҙеБөгөн төшөмә.Әсәй юрғанымды рәтләй:"Ҡыҙым, өшөмә!"

Бала саҡ инде төшкә
Бала саҡ инде төшкә

Матур бала сағым керҙе
Бөгөн төшөмә.
Әсәй юрғанымды рәтләй:
"Ҡыҙым, өшөмә!"

Шундай рәхәт, бер хәсрәт юҡ,
Нурлана күңел.
Әйтерһең, был ысынбарлыҡ,
Гүйә, төш түгел.

Йылға буйы, ҡаҙ-өйрәктәр
Йөҙгән ҙур быуа,
Апай-еңгәләр көлөшөп
Шунда кер йыуа.

Ялан аяҡ йүгерәбеҙ
Хәтфә үләндән.
Ямғыр теләп, ҡарлуғастар
Оса түбәндән.

Ҡышҡы һыуыҡ. Саңғы шыуып,
Битем ҡыҙарған.
Иҫке бишмәт еңдәренә
Маңҡа һыланған.

Өйҙә әсәй, мейестә аш,
Эргәлә атай.
Тышта инде буран сығып
Көн йәмен бутай.

Кәрәсинле күк лампанан
Балҡый нур шәме.
Иң түрҙә Ҡөръән китабы -
Йортобоҙ йәме!

Дилара Мәхмүтдинова.

Автор фотоһы.

https://vk.com/vatandash_journal

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: