Конгэк
+10 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Бәхет үҙе

Яратмаһаң, рәхәттер ул –Янмайһың да, көймәйһең дә,Яратам тип өҙөлгәндеҠолағыңа элмәйһең дә!

Бәхет үҙе
Бәхет үҙе

Яратмаһаң, рәхәттер ул –
Янмайһың да, көймәйһең дә,
Яратам тип өҙөлгәнде
Ҡолағыңа элмәйһең дә!

Ҡайҙа йөрөй – эшең дә юҡ,
Сәләмәтме – Хоҙай белә!
Иғтибары – маҙа ғына,
Һөйөүенән ҡасҡы килә.

Көнө-төнө уны уйлап,
Борсолоу юҡ. Күңел тыныс.
Сығып китһә – бына рәхәт!
Оноттомо – ҙур ҡыуаныс!

Ҡайта, китә – өйрәнелгән,
Бергә булыу – ғәҙәттер ул,
Күңел тыныс, йөрәк тыныс, –
Яратмаһаң рәхәттер ул.

Рәхәттер ҙә... Ғүмер – берәү!
Янғы килә, көйгө килә,
Үҙең өсөн өҙөлгәнде
Шашып-ярһып һөйгө килә!

Бер сәбәпһеҙ көлгө килә,
Елдәр менән елге килә,
Һөйгәнеңдең ҡосағында
Һөйөүеңдән үлге килә...

Яратҡандар янып йәшәй,
Яратмаған – ярым үле,
Яратып һәм яратылып,
Бергә булыу – бәхет үҙе.

Фирүзә Абдуллина.

Автор фотоһы.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: