Конгэк
+10 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

ЕЛӘК

Силәк тә генә силәк йыйҙым еләк,Силәккенәм бер ҙә тулманы.Силәккенәм бер ҙә тулманы ла,Үҙ күңелкәйҙәрем булманы.

ЕЛӘК
ЕЛӘК
Силәк тә генә силәк йыйҙым еләк,
Силәккенәм бер ҙә тулманы.
Силәккенәм бер ҙә тулманы ла,
Үҙ күңелкәйҙәрем булманы.

Силәк тә генә силәк йыйҙым еләк,
Ҡыҙарып та бешкән еләгем.
Талмаһын да ине, ай , йөрәгем,
Талһа талһын ике беләгем.

Силәк тә генә силәк йыйҙым еләк,
Еләклегем етмеш саҡырым.
Ҡайҙа ғына тороп ҡалды икән
Бешкән еләк кеүек саҡтарым ?

Силәгемә генә төшкән тамсы
Әллә ысыҡ, әллә йәш микән ?
Уйнап ҡына көлөп йөрөгән саҡтар
Әллә ысын, әллә төш микән ?

Хәлиҙә Миһранова-Алтынбаева.
Л.Хәйруллина фотоһы. 
 
Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: