Конгэк
+10 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Насип түгел ризыҡты сәйнәп тә йотоп булмай

Ҡатын башын күтәреп, хас та бәләкәй генә суҡышлы ҡошсоҡтай, ҡалаҡ менән ирененә тейҙереп алған тамсы һыуҙы йоторға маташты. Йөҙө ҡарҙай түшәгенән дә аҡ. Тоноҡланған күҙҙәрен асырға хәле юҡ, уларҙы селт-селт йомоп ала, йә бер нөктәгә текәп, уйға сумғандай хәрәкәтһеҙ ҡала.

Зөбәйҙә инәй - хәл өҫтөндә. Яңыраҡ ҡына  80 йәше тулды уның. Балалары булманы, кейәүгә сыҡманы. Байрамдарҙа әллә яңғыҙлыҡтан биҙеүеме, әллә кеше менән аралашҡыһы килгәнлектәнме, клубта уҡытыусылар, ауыл советы менән берлектә ойошторолған сара тураһында ишетһә, алдан уҡ әҙерләнә башлар ине. Ауылдаштары уның, нафталин еҫе һеңгән балитәкле күлдәк өҫтөнән боронғо тәңкәләр кейеп, һәр тәҙрәгә йылмайып атлаған мәлен хәтерләй әле. Бәләкәс балалар күрһә, донъяһын онотор ине Зөбәйҙә инәй, кеҫәһенән төрлө кәнфит-печенье сығарып, уларға һуҙған була, ә балалар ни өсөндөр, яңғыҙ йәшәгән инәйҙән тәмлекәс алып, рәхмәт әйтәһе урынға ҡасыу яғын ҡарай.  Атай-әсәйҙәрҙең таныш түгел кешеләр менән аралашыуҙан тыйыуҙарының ғилләһе булғандыр был.

Миңә 10-11 йәштәр самаһы ине, әсәйем менән Зөбәйҙә инәйҙең боҫ борҡотоп ҡайнаған самауыр артында һөйләшкәнен ишеттем. Юҡ, махсус тыңламаным, яңылыш, көтөлмәгәндә ошо ғибрәтле әңгәмә шаһиты булдым.

- Тормош гел арты менән борола, ә кемгәлер ул бәхетте өйөп бирә. Ана, Шакирәне ҡара, бер ҡайғы-хәсрәт күрмәй, рәхәтләнеп йәшәй. Балаларының өҫтө бөтөн, утын-бесәнһеҙ ултырмай. Кеше ирҙәрен әүрәтеп, донъяһына нимә етмәй килтертә, ташыта, таптыра белә. Беҙҙән ни нәмәһе менән артыҡ!? Теге юлы баҙарға барҙыҡ, аптырарһың, мин күрше ҡатындың балаларына мәктәп кәрәк-ярағы эҙләйем, ул рәхәтләнеп үҙенә эске кейем, кершән, күтәрмәле туфли ҡарай. “Нимәгә ул һиңә, һыйыр һауырға кейәһеңме?” - тим. ”Һеҙгә кәрәкмәһә, миңә кәрәк. Ир-егеттәр һеҙҙең һымаҡ уңғанбикәләрҙе түгел, минең һымаҡ наҙлы, матурҙарҙы ярата. Һәпрәләнеп халатта йөрөмәҫмен инде. Ана, күрше ауыл Шәүкәттең ҡатыны йәмһеҙме ни, матур итеп кейенә генә белмәй. Ире 7 саҡрым араны бер ни тип тормай, кис етһә, велосипедына атланып килеп етә. Мин саҡырмайым уны, хушбуй еҫе аңҡыған тәнем, йомшаҡ түшәгем, маҡтап,  иркәләп башынан һыйпауым ылыҡтыра, үҙе лә ошоно йәшермәй. Балаларым ғына йәл, бер кµн тормай китер инем шул бисуранан”, - ти. Үрге ос Ғәлиәнең ире менән дә сыуалып, кешенең ғаиләһен боҙоп ҡуйҙы, ҡуй инде, ни етмәйҙер уға?! Етмәһә, ашлыҡ урырға килгән командировочный ирҙе йортоңа индереп тор, әллә нимә булмаҫ, тип миңә аҡыл өйрәтә. Күҙ алдыма килтереп, шул тиклем оялдым, күрше, нисек инде сит ир ҡуйынына сумырға мөмкин?! Уны көтөп торған ғаиләһе юҡмы ни? Хоҙай һаҡлаһын гонаһынан! 

Әсәйем тыныс тауыш менән әңгәмәгә ҡушыла.

- Кеше бәхетен урлап рәхәт күреп булалыр шул, Зөбәйҙә апай. Бер үк теләһә ни һөйләп ҡотортҡанына ымһынып ҡуйма! Үҙ ирен һыйҙырмай ҡыуып сығарҙы ла хәҙер кеше баҡсаһындағы емешкә үрелә. 

Мин ябылмай ҡалған ишек аша ишеткәндәремдән хайран ҡалып ни эшләргә белмәйем. Сығып китер инең, мотлаҡ күрәсәктәр, тауышһыҙ ултырыу юрый тыңлап ултырған һымаҡ. Ярай әле, әсәйем хат ташыусы апайҙы күреп, асыҡ тәҙрә аша уны сәйгә саҡырырға булды, мин форсаттан файҙаланып, урамға      атылдым.

Күләгәлә оҙаҡ ҡына ишеткәндәремде баштан үткәрәм. Иргә ярар өсөн мотлаҡ матур булырға кәрәкме икән? Минең һымаҡ һипкелле, йыуантыҡ ҡыҙҙарға егеттәр ҡарамаҫтыр ҙа инде. Ҡояшта йылынған һыуға яланаяҡ йөрөп ярғыланған тәпәйҙәремде тыҡтым да, тағы уйға баттым. Шакирә апайҙыҡы һымаҡ бейек күтәрмәле туфлиҙарым юҡ, кейәүгә сыға алмаҫмындыр, ахырыһы. Зөбәйҙә инәй һымаҡ яңғыҙ ҡартайырмынмы?

Үҫеп еттем, мәктәпте тамамланым, күрше инәй һаман бер үҙе йәшәне. Ҡаланан ҡайтһаҡ, йүгереп беҙгә инер, күстәнәсте маҡтай-маҡтай сәй эсер ине.  Китер булһаҡ, кипкән муйыл, май-ҡаймағын мулдан индерер булды. Йөҙө һәр саҡ асыҡ, йылмайыу китмәне. Яңғыҙлығын эш менән баҫты: мәктәптә иҙән йыуҙы, мейес яҡты, ҡар көрәне, буяны, таҙартты. Йортона ҡасан ҡайтҡан, ҡасан ял иткәндер, хәтерләмәйем. Ә Шакирә апайҙың ғүмере  күбәләктекенә  оҡшаш булды. Үзбәкстандан килгән иргә ғашиҡ булған, тинеләр. Уныһы, бик ҡаты ҡуллы әҙәм, тип һөйләнеләр ауылда, ҡатынды бик ныҡ туҡмаған, ҡышҡыһын һалҡын мунсаға бикләгән саҡтары ла булған.  Күргәс ниңә ярҙам итмәгәндәр, ҡотҡармағандар, билдәһеҙ. Уҙған ҡыш шул ир бик ныҡ туҡмап, сатнама һалҡында мунсаға бикләп, үҙе ҡасып киткән, тинеләр. Күршеләре яғылмаған йортта тапмағас, ишек алдынан эҙләй Шакирә апайҙы. Туңған кәүҙәһен тапҡанда, өҫтөндә ебәк халат ҡына булған икән, тип һөйләнеләр.

Бына шулай, ике ҡатын, ике яҙмыш. Беренсеһе насип ризыҡ менән йәшәне, икенсеһе кешенекен тартып алырға ла ҡыйынһынманы.

Яңылыштарҙы яҙмыш төҙәтмәй, тибеҙ. Ә бәлки, беҙгә яңылышмаҫҡа,  тормош ауырлыҡтарына бирешмәҫкә, ебеп төшмәҫкә кәрәктер. Әйтеүе еңел, ә башыңа төшһә...

Рәфилә СИБӘҒӘТУЛЛИНА

Насип түгел ризыҡты сәйнәп тә йотоп булмай
Насип түгел ризыҡты сәйнәп тә йотоп булмай
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас: