Конгэк
+10 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Иҫерткес эсемлек һатып башыңа ҡарғыш алма!

Ҡатын ҡулдарын йәйеп, беҙгә табан атланы: “Һеҙ кем ул, минең ихатама инергә кем рөхсәт бирҙе? Хәҙер полиция саҡырам!” Ауылдарҙа халыҡты аҫтыр­тын ағыулаусылар рейд менән сыҡҡандарҙы күп осраҡта бына ошолай ҡаршылай. Эйе, улар үҙҙәрен закондан өҫтөн тип иҫәп­ләй, суррогат эсемлек һатыуҙы хатта эш тип дәлилләргә маташа.

Бәхетһеҙлектән ваҡытында ҡотол

Ошоға бәйле, ауыл биләмәләрендә уҙған йыйылыштарҙа халыҡтың, атап әйткәндә, йәштәрҙең, эшкә һәләтлеләрҙең сифатһыҙ иҫерткес эсемлек ҡулланыуҙан вафат булыуы, ғаиләләр тарҡалыуы, эшһеҙлек артыуы йәмғиәт үҫешенә, демографияға хәүеф янауы һыҙыҡ өҫтөнә алына.

Гәзиткә яҙылыу осоронда район ауылдарының береһендә үҙем шаһит булған ваҡиға тураһында бәйән итергә теләйем. Уға байтаҡ үтте, әммә ошо ауыл янынан үткәндә, ҡатынын типкеләгән ир, уны туҡтатырға маташҡан 4-5 йәшлек малайҙың илап атаһының аяғына йәбешкәне, “ҡылт” итеп, кинотаҫмалағы күңелһеҙ күренештәй, йөрәкте өҙә. Татыу, ауылдың күркәм ғаиләләре булып йәшәгәндәр тураһында материалдар шәлкеме туплау ине маҡсатыбыҙ. Һуғышыу түгел, кешегә тауыш күтәрһәләр, йөрәк ҡалтырап, күҙгә йәш тығылып барған сағым. Ярҙамға саҡырырға водитель ауылдың теге осонда ҡалды. Ҡулымда блокнот һәм фотоаппараттан башҡа бер нәмә юҡ. Ҡатын менән баланы йәлләүем шул тиклем көслө ине, емерелеп бөткән, күгән урынына бау менән бәйләнгән ҡапҡаны йән көсөмә тибеп, ваҡиға урынына йүгерҙем. Күҙенә аҡ-ҡара күренмәгән 30-35 йәштәрҙәге ир минең ҡысҡырғаныма, балаһының илағанына, ҡатынының ауыҙынан, битенән аҡҡан ҡанға ла иғтибар итмәй, кәләшен бысраҡ ерҙә типкеләүен дауам итә. Ҡан күреүҙән, ҡорбанының көсһөҙлөгән тойоуҙан ярһыған иҫерек ҡарашының ни тиклем уҫаллыҡ, яһиллыҡ менән яныуын күрҙем. “Йоҙроҡло ғифрит”ты, бөтә батырлығымды туплап, этеп ебәрҙем. Туҙышып ятҡан серек бүрәнәләр араһына йығылды, ни булғанын аңламай, ятҡан еренән, башын һыпырып, усындағы ҡанды күреп: “Үлтерәләр! Ярҙам итегеҙ!” - тип ҡысҡыра башланы. Беләһегеҙме, мине нимә телһеҙ ҡалдырҙы?! Күҙ алдымда әле генә кирза итек менән типкеләнгән ҡатын, шыуышып барып, аҡырып ятҡан ирҙе торғоҙорға маташыуы, кейеменә йәбешкән һалам, бесән онтағын, тауыҡ тиҙәктәрен һыпырыуы хайран итте. Илауҙан тамағы кипкән, тауышы ҡарлыҡҡан бала, хәлһеҙләнеп тупһаға ултырҙы.

- Әсәй, өләсәйҙәргә китәйек, өйгә инмәйек”,- тип һамаҡлай.

Бер аҙҙан йығылған урынында арыған ҡиәфәт менән йоҡлап китте йүнһеҙ абышҡа йораты.

Бына шулай иренән күп тапҡыр туҡмалып та, һаман уның менән йәшәгән ҡатындарға ни әйтәһең?

Ҡыйыш ултыртылған ағас ҡыйыш үҫә

Йылдар үткәс был ваҡиға тураһында ниңә яҙырға йөрьәт иттем һуң әле?! Сираттағы ижади командировка мәлендә теге йортҡа тағы инергә булдым. Ҡыҙыҡһыныу булдымы был, әллә теге ғаиләнең артабанғы яҙмышын белергә теләүме, аңлата алмайым.

Ҡыҫҡаһы, йорттоң аш-һыу бүлмәһендә тәҙрә быялаһы һыҙат-һыҙат  пластилин менән һыланған, газ мейесенең төҫө лә күренмәй, буяуы ҡупҡан иҙән таҡтаһы бысранып ҡатҡан. Тын алыуы ауыр. Ишек төбөндә йөрәгемде өшөткәне үксәһе ҡупҡан, әллә ниндәй нәжескә буялған теге ваҡытта ҡатынды типкеләгән кирза итектәр аунай. Тиҙерәк сығып китергә теләп, ишек тотҡаһын эҙләйем, уның урынына бау ишараты эленгән. Шул саҡ мейес артынан бысраҡ кейемдәге ир хасил булды. Танығандай булдым, теге ваҡыт урам тултырып ҡатынын типкеләгән иргә сырамытып, өшәнеп ҡуйҙым.

- Һеҙ мине хәтерләйһегеҙме?- тим.

- Юҡ, күргәнем юҡсы,- ти хәлһеҙ тауыш менән.

Әңгәмә урамда дауам итте. Баҡтиһәң, был - илап атаһының аяғына йәбешкән, инде үҫеп буй еткергән теге малай икән.  Йәш булыуына ҡарамай, битен сирыш, һаҡал баҫҡан иргә 20-нән саҡ артҡандыр. Атаһы күптән ҡышҡыһын суррогат эсемлектән ағыуланып вафат булған, әсәһе лә эскән килеш автомобиль аҫтында ҡалған. Ғаиләлә туҡмау, көс ҡулланыу, эскелекте күреп үҫкән бала ла бөгөн бына шул юлға баҫҡан.

Һүҙемде йомғаҡлап, йоҙроҡ төйнәп ҡатыны, балалары алдында көс ҡулланыу, баҫым яһау, йортта кемдең баш булыуын күрһәтергә теләгән ирҙәрҙе бындай “батырлыҡҡа” әлеге шул араҡы, һыра, суррогат эсемлек этәреүен аңлатырға маташыуым. Ауылдарҙа ошо насар ғәҙәткә тарығандар, һеҙгә өндәшәбеҙ! Һеҙ һатҡан ағыу ысынлап та ғаиләләрҙе юҡҡа сығара, халыҡты ағыулай, киләсәгебеҙгә балта саба. Туҡталығыҙ, һатмағыҙ, тип әйтке, юҡ, талап итке килә! Бәндәнән оялмаһағыҙ, Алланан оялығыҙ, исмаһам!

- Айырылһам, балам атайһыҙ үҫә бит. Аптырап бөттөм инде, ҡулымды ла һындырҙы, башымды ла тиште, ҡышҡыһын йорттан да ҡыуып сығара, - тип һаран йылмайған ҡатын һаман күҙ алдымда. 

Был ваҡиға нигеҙендә - әлеге шул эскелек. Баҡтиһәң, күрше ғаилә ҡайҙандыр, кемдер килтергән суррогат эсемлек менән сауҙа итә икән. Һарай таҙартыу, мал тәрбиәләү, баҡса ҡаҙыу һәм башҡа ваҡ-төйәк эштәрҙе ҡатынына көсө еткән ана шундай әҙәм аҡтыҡтарынан башҡарталар ҙа, хаҡын араҡылата түләйҙәр, имеш.

Рәфилә СИБӘҒӘТУЛЛИНА.

 

Иҫерткес эсемлек һатып башыңа ҡарғыш алма!
Иҫерткес эсемлек һатып башыңа ҡарғыш алма!
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас: