Конгэк
+10 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

ИҒЛАН (юмористик хикәйә)

Ағайҙарым: "Яңғыҙ йөрөмә инде, киткән ҡатыныңды онот. Яңынан өйлән", - тигәнгә интернет селтәренә танышыуҙар буйынса бер төркөмгә иғлан яҙҙым. Үҙемде нисек бар һүрәтләнем. Ике көн үткәс миңә СМС - калар килә башланы.Ҡыҙыҡ, хәл белешәләр ҙә, матди хәлде һорай башлайҙар. Аптырап ҡуйҙым, әллә шул бер үк кеше төрлө райондан төрлө ҡатын-ҡыҙ булып яҙамы икән тип уйлап ҡуйҙым. Иғланда балаларым юҡ тип яҙғайным инде. Ярай ул һорауҙы бирмәйҙәр.

ИҒЛАН (юмористик хикәйә)
ИҒЛАН (юмористик хикәйә)

Был юлы телефон шалтыраны.
- Һаумыһығыҙ, мин Гөлсирә тигән ҡатын булам. Иглин районынан. Күсеп барырға риза булыр инем, - тип һүҙ башланы тәүге хәбәрләшеүсем.
- Яҡшы, - тинем.
Ҡатын үҙенең һорауҙарын теҙә башланы. Яуап биреп кенә өлгөр. Беренсе һорауы:
- Машинаң бармы? - Бар, -тинем.
-Ниндәй маркалы? Сит ил машинаһымы?
- Эйе, япондарҙыҡы Ниссан Алмьера.
- Яҡшыыыы. Квартирың нисә бүлмәле?
- Бер.
- Ярай, икебеҙгә етә ул. Уға фатир түләүе әҙерәк булыр.
- Минең ҡала ситендә өйөм дә бар, мунса хәтәр.
- Шулаймы, быныһы бик шәп, минең ейәндәр килһә, шунда барырбыҙ. Ә унда баҡсаһы юҡмы һуң?
- Нисек баҡсаһыҙ, утыҙ сутый ерем бар, ҡарағат, ҡура еләге, башҡа төр емештәр. Кәртүф сәсәм ун сутыйына. Баҡса үҫтерәм. Умарта үрсетәм. Йәй буйы шунда ятам.
- Але, але, ишетелмәй. Нимә тинең?
Ҡатын трубкаһын һалды шикелле, пипелдәүҙән башҡа тауыш ишетелмәне. Ҡабатлап шалтыратһам да алыусы булманы. Аҙаҡ абонент һүндерелгән йәки селтәрҙәнсыҡҡан тигән яуап ҡына килде. Ватсаб аша яҙыу ҙа һөҙөмтә бирмәне.
Бына шулай. Бар нәмә әҙер булһын, тик эшәргә генә булмаһын икән был ҡатынға.
Тағы ла дүрт биш кешенән тик ватсаб аша ғына аралашып ҡараным да, ҡул һелтәнем. Барыһының да бер үк һорауҙар.

Азат  Хәлилов.

ИҒЛАН (юмористик хикәйә)
ИҒЛАН (юмористик хикәйә)
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: