Конгэк
+10 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Башҡорт шәле – милли мәҙәниәтебеҙ ҡомартҡыһы ул

Башҡортостан күптән түгел “Башҡорт дебет шәле” патенты алды. Евразия күсмә цивилизациялар музейының визит-үҙәген асыу тантанаһында сенатор Лилиә Ғүмәрова был хаҡта иғлан итеүен һәм республика етәксеһенә таныҡлыҡ тапшырыуын барыһы ла күргәндер.

Башҡорт шәле – милли мәҙәниәтебеҙ ҡомартҡыһы ул
Башҡорт шәле – милли мәҙәниәтебеҙ ҡомартҡыһы ул

Шулай итеп, Башҡортостандың тағы бер бренды барлыҡҡа килде.

Башҡорт мамыҡ шәленең патент алыуы шәл бәйләүселәр өсөн генә түгел, ә бөтә республика өсөн, һис шикһеҙ, бик әһәмиәтле ваҡиға, тип уйлайым. Был күренеш башҡорт ерендә үҫкән кәзә дебетенән бәйләнгән шәлдәрҙең матур ғына түгел, сифатлы һәм файҙалы булыуына ишаралай.

Башҡорт дебет шәле элек-электән билдәле. Сөнки беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ борон-борондан был кәсеп менән шөғөлләнгән. Шәл бәйләү айырыуса Башҡортостандың көньяҡ райондарында, атап әйткәндә, Күгәрсен, Ейәнсура, Федоровка, Мәләүез, Стәрлебашта таралған. Заманында был шөғөл балаларҙы кейендерергә, уҡытырға, хатта йорт һалырға ярҙам иткән. Ебәк кеүек йылҡылдап торған, тигеҙ, матур итеп иләнгән мамыҡтан бәйләнгән шәлдәрҙең хаҡы ла бар ине. Оҫталар бер-береһенән уҙҙырып, яңынан-яңы биҙәктәр отоп, бәйләй торғайны.

Шәл беҙҙең ғаиләне лә ашатты, кейендерҙе. Уны беҙ эшкә лә һанамай торғайныҡ. Саҡ ҡына буш ваҡыт сығыу менән бәйләмгә тотонабыҙ. Шул уҡ ваҡытта китап та уҡыйбыҙ, телевизорын да ҡарайбыҙ. Хатта арып эштән ҡайтҡан саҡтарҙа шәл бәйләү ниндәйҙер кимәлдә ял да була торғайны. Бәйләгән ваҡытта күңел тыныслана, фекер туплана.

Тарихҡа күҙ һалһаң, беҙ мамыҡ шәл бәйләү оҫталығын халҡыбыҙҙың борондан килгән ҡомартҡыһы, заманса әйткәндә, беҙҙең брендыбыҙ тип күрһәтә алабыҙ. Ҡул эштәре күргәҙмәләрендә, шәл бәйләү буйынса конкурстарҙа, фестивалдәрҙә ҡатнаша башлағас, башҡорт шәленең традициялары тураһында эҙләнә, уҡый һәм мәғлүмәт йыя башланым. Әйткәндәй, Башҡортостанда һуңғы йылдарҙа мәҙәни, халыҡ ижады сараларын үткәреү киң йәйелдерелде. Сөнки мәҙәниәтебеҙҙә лә, фольклорыбыҙҙа ла беҙҙең тарихи ерлегебеҙ ярылып ята. Бындай саралар үткәреүгә республика етәкселеге айырыуса ҙур әһәмиәт бирә. Мәҫәлән, 2021 йылда башҡортостанда Дүртенсе CIOFF Бөтә днъя фольклориадаһы үтте. Унда 37 илдән ижади коллективтар ҡатнашты. Ҙур фольклор байрамы үткән осорҙа 60 меңдән ашыу турист килде. Был фестиваль ЮНЕСКО вәкилдәре фекернсә уны тарихында иң яҡшыһы булған.

Тарихсылар билдәләүенсә, Башҡортостан Республикаһында йөндән һәм мамыҡтан шәл бәйләүҙең мең йыллыҡ традициялары бар. Улар хаҡында Сармат ҡурғандарында табылған шәл йәки туҡыма ҡалдыҡтары ла һөйләй. Бынан тыш, ҡатын - ҡыҙҙар ҡәберлектәрендә йөн-мамыҡты эшкәртеү, иләү ҡорамалдары ла табылған.

Башҡорт халҡының тормош-көнкүрешен өйрәнгән этнограф, академик Петр Рычков 1765 йылда мамыҡ кәзәләрен тәүге тапҡыр күрә һәм уларҙы өйрәнеп, дебет тураһында хеҙмәтен яҙа. Башҡорттарҙың этнографияһын өйрәнеүсе Сергей Руденко башҡорттар кәзә мамығынан бәйләнгән шәлдәр һатыуын яҙған.

 Шуға күрә башҡорт халҡының элек-электән шәл бәйләү менән шөғөлләнгән тип ныҡлы әйтергә була.

Башҡорт дебет шәленә патент алыу, һис шикһеҙ, уны тағы ла нығыраҡ танытырға, ҙур баҙарға сығарырға булышлыҡ итер, тип уйлайым. Шулай уҡ был яңылыҡ нисектер бер аҙ һағайтты ла. Күрше Ырымбур өлкәһе “Ырымбур мамыҡ шәле”нә патент алғас, байтаҡ ҡына сетерекле хәлдәр булғайны. Улар бүтән кешенекен ошо бренд менән һатыуҙы тыйҙы. Беҙҙә лә береһе брендты һатып алып, беҙҙең кеүек шәл бәйләүселәренең юлын ҡапламаҫмы икән тием.

Нисек кенә булһа ла, бәйләгән кеше бәйләй инде ул. Сөнки был шөғөл беҙҙең ҡанға һеңгән. Хаҡы сығымды ҡапламаған саҡта ла барыһы ла бәйләне. Кәзәләр генә булһын!

Гөлсимә ИҪӘНҒОЛОВА.

 

Ғәлиә КӘРИМОВА, “Һуғыш балалары” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе:

-“Республикала һуңғы йылдарҙа халыҡ кәсептәренә иғтибар артты, матур-матур йолалар тергеҙелде. Республика етәкселеге башланғысы менән яңы фестивалдәр, конкурстар, байрамдар барлыҡҡа килеүе оло ҡыуаныс.

Иң яҡшы милли костюм булдырыу буйынса “Тамға” халыҡ-ара конкурсы, “Башҡорт аты” фестивале, Милли костюм көнө, “Тамырым башҡорт” балалар-үҫмерҙәр форумы, Китап байрамы һәм башҡа сараларҙа барыһында ла төрлө күргәҙмәләр ойошторола. Улар ҙа башҡорт шәлдәрен дә осратырға мөмкин.

Башҡорт шәле – ул беҙҙең милли кейем генә түгел, ә ҡомартҡыбыҙ ҙа. Шуға ла уны һаҡларға, таратырға кәрәк.

 

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: