ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
7 Июль 2023, 08:33

Беҙ әҙерләгән бүләктәр кемдәргә насип булды, тип уйлайһығыҙ?

29 июндә икенсе ярты йыллыҡҡа “Көнгәк” гәзитенә яҙылып, квитанцияһы күсермәһен ебәргәндәр араһында вәғәҙә иткән бүләктәребеҙҙе уйнаттыҡ. Даланлыларҙың исемлеге беҙҙең сайтта.

“Яҙыл һәм бүләк от” акцияһында ике йөҙҙән ашыу абонемент ҡатнашты. Еңеүселәрҙе билдәләү өсөн лототрон ҡулландыҡ һәм уның ярҙамында 19 гәзиткә яҙылыусы иҫтәлекле приздарға эйә булды. Барабанды “Көмөш ирекмәндәр” хәрәкәтенән Радмир Зәйнәғәбдинов әйләндерҙе, эксперт сифатында социаль участковый Эльвира Салауатова сығыш яһаны. Уларҙың еңел ҡулынан иң тәүге булып, Фидан Рыҫҡолов (Мотай ауылы) кер элеү ҡулайламаһына эйә булды. Мантоварканы Зәки Йәнбирҙин (Смаҡ), сәйнүкте Миңнурый Дилмөхәмәтова (Ҡотлобулат), үтекте Фәймә Ғайсина (Мәләүез), ә кер үтекләү таҡтаһын Рәфҡәт Айытҡолов (Мәләүез) отто.

Ун баш өйрәк бәпкәһе Миңлемырҙа Ғәббәсовҡа (Ҡаран), мультиварка Р. Сөләймәноваға (Мәләүез), сәйгүн С. Толомғужинға (Һыртлан), блендер Гүзәл Заһиҙуллинаға (Мәләүез), өҫтәл З. Байрамғоловаға (Һабаш), миксер Рәзилә Ҡотлогилдинаға (Мәләүез) эләкте. Миләүшә Ишбулатова (Ҡаран), Р. Мырҙашев (Һыртлан), Я. Кинйәбулатова (Иштуған) ете предметлы салат йыйылмалы булды. Миңзәлә Исмәғилева ла (Мәләүез) салат һауытын отто. Зөһрә Шаһманова (Яңауыл) һәм Әбдрафиҡ Мырҙашев (Ташлыкүл)  термос алды. Мәстүрә Ҡунаҡбаева (Восточный) елле табалы булды. Ә Әүхәҙи Дәүләтбирҙиндың  (Ташлыкүл) өҫтәлен матур һурпа һауыттары биҙәйәсәк. Даланлыларҙың барыһын да ҡотлайбыҙ! Бүләгегеҙҙе эш көндәрендә редакциянан килеп алығыҙ. Үҙегеҙ менән паспорт алырға онотмағыҙ (исем-шәрифтәр квитанцияла яҙылғанса).

Бына ошондай шәп приздарҙы алырға беҙгә эшҡыуарҙар һәм фермер хужалыҡтары етәкселәре, атап әйткәндә, Ғүмәр Иҫәнов, Фаршат Аҡбирҙин, Ришат Әбдрәжәпов, Таһир Ханнанов, Илназ Әсләмов, Фаягөл Ҡунаҡбаева, Илдар Ғирфатов ярҙам итте. Уларҙың барыһына ла ысын күңелдән рәхмәт әйтәбеҙ һәм эштәрендә ҙур уңыштар теләйбеҙ!

Аҙ килемле, күп балалы, ауыр тормош хәлендәге һәм шулай уҡ махсус хәрби операция яугире ғаиләләренә “Көнгәк” гәзитен яҙҙырған эшҡыуарҙар Фаршат Аҡбирҙин, Андрей Черноусов һәм РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаровҡа ла рәхмәтебеҙ сикһеҙ.

Беҙ әҙерләгән бүләктәр кемдәргә насип булды, тип уйлайһығыҙ?
Беҙ әҙерләгән бүләктәр кемдәргә насип булды, тип уйлайһығыҙ?
Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: