ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
26 Октябрь 2023, 15:35

"Көнгәк" - етәксенән бүләк!

Күп йүнәлешле һөнәри белем биреү колледжы директоры Рита Сәмиғуллина студентының ғаиләһенә 2024 йылдың беренсе ярты йыллығына гәзит яҙҙырҙы. 

"Көнгәк" - етәксенән бүләк!
"Көнгәк" - етәксенән бүләк!

Күп йүнәлешле һөнәри белем биреү колледжы директоры Рита Сәмиғуллина студентының ғаиләһенә 2024 йылдың беренсе ярты йыллығына гәзит яҙҙырҙы. Ғаилә башлығы әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла ҡатнаша. "Уҡыусыларыбыҙ араһында бөгөн атаһын, ағаһын, туғанын көткәндәр бар. Ил һаҡлағандарҙың барыһының да иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ", - ти Рита Мәҙәрик ҡыҙы һәм башҡаларҙы ла "Гәзит бүләк ит!" тип исемләнгән акцияға ҡушылырға саҡыра. Изгелеккә үҙ өлөшөн индергән етәксегә рәхмәт белдерәбеҙ!

Фото архивтан.

 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: