Конгэк
+10 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
4 Ғинуар , 09:57

"КӨНГӘК"КӘ ЯҘЫЛЫУСЫЛАР АРАҺЫНДА КЕМДӘР БҮЛӘК ОТТО ИКӘН?

28 декабрҙә “Көнгәк”кә яҙылғандар араһында Яңы йыл бүләктәре уйнаттыҡ. Йә почта аша, йә ватсаптан, йә гәзитебеҙҙәге төркөмөбөҙ аша 330 квитанция килде. Даланлыларҙы эксперт сифатында гәзитебеҙҙең дуҫы Хәлиҙә Шәйәхмәтова ҡатнашлығында лототрон ярҙамында билдәләнек.

Бәхетлеләр һәм приздар исемлеге:

(исем-шәрифтәрҙе квитанцияла яҙылғанса бирәбеҙ)

Өҫтәл – М.Абдрафиҡов (Муллағол), “Гламур”сәй сервизы - (Юнир Кинйәбаев), бүләктәр йыйылмаһы – Юнир Аҙнағолов (Мәләүез), салат һауыттары йыйылмаһы- Хәмдиә Илмөхәмәтова (Мәләүез), тәбиғәттә ҡулланыла торған һауыт-һаба йыйылмаһы – Илмира Фәйзуллина (Смаҡ), юрған – Вадим Бәширов (Мәләүез), сәйгүн – Ф.Сәфәрғолова (Әбет), сәғәт – Н.Таштимеров (Смаҡ), плед – Г. Сәлимова (Ташлыкүл), быяла сәйгүн – 3-сө гимназия уҡытыусылары коллективы, ваза – Дамир Кәшәфетдинов (Шәрип), ваза – Г.Уразғолова (Нордовка), духовка өсөн һауыт – С. Теләүғолов (Мәләүез), кухняла ҡулланыла торған үлсәү – Рәшиҙә Күсмәева (Ерек), түшәк кәрәк-ярағы – Лилиә Тәүхитова (Боһорман), балыҡ өсөн һауыт - Мәрхәбә Имелбаева (Әбет), декоратив яҡтыртҡыс – Зариф Яҡшыев (Түбәнге Таш), үтек – Сәриә Килмөхәмәтова (Мәләүез), электр плитәһе – Рәсүл Әхтәмов (Мәләүез), фен – Рәсимә Ғәббәсова (Нөгөш), тостер – Ф. Ханнанова (Әбет), таба – Г.Хисаметдинова (Смаҡ), картина – Ғ. Йосопов (Ҡаран).Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ һәм бүләктәрҙе редакциянан февраль аҙағына тиклем алыуығыҙ һорала.

Үҙегеҙ менән квитанцияғыҙҙы, паспортығыҙҙы алырға онотмағыҙ.

"КӨНГӘК"КӘ ЯҘЫЛЫУСЫЛАР АРАҺЫНДА КЕМДӘР БҮЛӘК ОТТО ИКӘН?
"КӨНГӘК"КӘ ЯҘЫЛЫУСЫЛАР АРАҺЫНДА КЕМДӘР БҮЛӘК ОТТО ИКӘН?
Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: