ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
7 Июнь , 16:35

"КӨНГӘК" ДУҪТАРЫ МЕНӘН ОСРАШТЫ

Эш - мәшәҡәт күп миҙгелдә ваҡыт табып, осрашыуға килгән һәр кемгә рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

"КӨНГӘК" ДУҪТАРЫ МЕНӘН ОСРАШТЫ
"КӨНГӘК" ДУҪТАРЫ МЕНӘН ОСРАШТЫ

Бөгөн гәзитебеҙ үҙенең тоғро дуҫтары, әүҙем авторҙары өсөн «Асыҡ ишектәр көнө» ойошторҙо. Эш - мәшәҡәт күп миҙгелдә ваҡыт табып, осрашыуға килгән һәр кемгә рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

Уҡыусыларыбыҙ менән фекер алышыу ике яҡ өсөн дә файҙалы. Оҙаҡ йылдар дауамында баҫмаға тоғролоҡ һаҡлағандар киләһе ярты йыллыҡҡа, кемдер уға беренсе тапҡыр яҙылды. Бығаса баҫманы һатып алып уҡығандарға ул июль айынан үҙҙәренең хат йәшнигенә киләсәк. 

Осрашыуға килгәндәр таныштары, дуҫтары менән аралашты, улар менән сәй табыны артында донъяуи хәлдәр хаҡында һөйләшеп ултырҙы. Ф

Редакция алдына ҡуйылған бурыстарҙы һәм тираж буйынса планын үтәп килә. Беҙ, журналистар, гәзиткә яңылыҡ индереү, уның дизайнын үҙгәртеү, йөкмәткеһен байытыу өҫтөндә даими эш алып барабыҙ. Интернет селтәрендәге төркөмдө, сайтты кешеләр өсөн ҡыҙыҡлы һәм файҙалы итеп алып барырға тырышабыҙ. Район-ҡала тормошон мөмкин тиклем киңерәк яҡтыртыуға иғтибар бирәбеҙ, шулай ҙа беҙ һәр ваҡыт һеҙгә, тоғро уҡыусыларыбыҙға, иҫәп тотабыҙ. Даими яҙышҡан авторҙарыбыҙ, гәзит уҡыусыларыбыҙ - беҙгә ҙур терәк.

Гәзит уҡыусыларыбыҙ менән киләсәктә лә ошондай осрашыуҙар ойоштороласаҡ. Йылдар дауамында оҙата барған дуҫлығыбыҙ оҙаҡҡа һуҙылһын, баҫмаға яҙылыусылар һаны артһын тип теләйбеҙ. Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ, дуҫтар!

Л. Хәйруллина фотолары.

 

"КӨНГӘК" ДУҪТАРЫ МЕНӘН ОСРАШТЫ
"КӨНГӘК" ДУҪТАРЫ МЕНӘН ОСРАШТЫ
"КӨНГӘК" ДУҪТАРЫ МЕНӘН ОСРАШТЫ
"КӨНГӘК" ДУҪТАРЫ МЕНӘН ОСРАШТЫ
"КӨНГӘК" ДУҪТАРЫ МЕНӘН ОСРАШТЫ
"КӨНГӘК" ДУҪТАРЫ МЕНӘН ОСРАШТЫ
"КӨНГӘК" ДУҪТАРЫ МЕНӘН ОСРАШТЫ
Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: