Ғаилә ижадын, атай-әсәйҙәр һәм тәрбиәселәр араһындағы хеҙмәттәшлекте үҫтереү, кескәйҙәрҙә үҙ яҡындарына ҡарата ғорурлыҡ тойғоһон тәрбиәләү маҡсатында “Минең ғаиләм” темаһына район һүрәттәр конкурсында ҡатнаштыҡ. Унда беҙҙең тәрбиәләнеүселәр 17 эш тәҡдим итте. Шулай уҡ “Бөтә ғаилә менән - стартҡа!” спорт байрамында ҡатнаштыҡ. Конкурсанттарға тиҙлектә, етеҙлектә, отҡорлоҡта, ижадилыҡта, командала эшләй белеүҙә һынау тоторға тура килде. Күңелле сара кескәйҙәрҙең дә, атай-әсәйҙәрҙең дә күңелендә оҙаҡ һаҡланыр.