Көнгәк
+14 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
25 Января 2017, 13:40

Оло йәштәгеләр - рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлаусы

Өлкәндәр көнө айҡанлы район-ҡала учреждениеларында өлкән йәштәгеләр өсөн байрамдар, осрашыуҙар, кисәләр ойошторолдо. Предприятиелар үҙҙәрендә эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан хеҙмәткәрҙәрен саҡырып, бүләктәр тапшырҙы.

Район-ҡаланың өлкән йәштәге һәм инвалид граждандарҙы социаль хеҙмәтләндереү стационар бүлексәһендә лә Халыҡ-ара ололар көнөн көтөп алалар. Был көндө район Хакимиәте менән берлектә матур байрам сараһы үткәреү изге йолаға әйләнгән. Был традицияға быйыл да тоғро ҡалдылар.

Бүлексәлә бөгөн 46 граждан йәшәй, шуның 26-һы - инвалид, шул иҫәптән 19-ы - түшәктә ятҡан ауырыу. Ике тыл хеҙмәтсәне: Хәлиҙә Фәйрүзова һәм Екатерина Фәйрүзова.

“Хеҙмәткәрҙәре өлкән йәштәгеләргә уңайлы шарттар тыуҙырыу һәм көндәлек тормоштарына саҡ ҡына булһа ла сағыу төҫ индереү буйынса ҡулдан килгәндең бөтәһен дә эшләй”, - ти стационар бүлексә мөдире Ләйсән Сәлихова.

Бөгөн оло йәштәге граждандарҙы 21 хеҙмәткәр хеҙмәтләндерә. Улар араһына медицина сестралары, ашнаҡсылар, ауырыуҙарҙы тәрбиәләү буйынса персоналдар ҙа инә.

Өлкән йәштәгеләр йортондағыларҙың күбеһе республиканың, илдең дөйөм ҡаҙанышына үҙ өлөшөн индергән. Байтығының бала сағы һуғыш һәм унан һуңғы ауыр йылдарға тура килгән. Шуға күрә оло быуын вәкилдәренә бөтә яҡлап ярҙам күрһәтеү, уларҙың йәшәү кимәлен яҡшыртыу республика, шул иҫәптән райондың социаль сәйәсәтенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе. Был хаҡта район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов та ҡотлау сығышында әйтеп үтте. Оло йәштәгеләрҙең тормошо, ысын мәғәнәһендә ватансылыҡ, ҡаһарманлыҡ һәм Тыуған илебеҙгә тоғролоҡ өлгөһө, рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлаусы булыуын билдәләне. Ололарҙы ихлас ҡотлап, намыҫлы хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

Артабан Күмертау ҡалаһы психоневрология интернаты директоры Ринат Ибраһимов ҡотланы. Уның сығышы ла ниндәй ҡатмарлы йылдарҙа ла илебеҙҙең яҡты киләсәгенә ышаныс менән фиҙаҡәр хеҙмәт иткән өлкән йәштәгеләргә рәхмәт һүҙҙәренән ғибәрәт ине.

Ҡотлау һүҙҙәренән һуң һәр береһенә район хакимиәте менән берлектә әҙерләнгән бүләктәрҙе тараттылар. Оло йәштәгеләр исеменән Хәлиҙә Фәйрүзова район етәкселегенә, бүлексә хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт белдерҙе. Тантананы Илнур Яруллин, Кристина Смирнова, Динар Халиҡов кеүек үҙешмәкәрҙәрҙең сығышы дауам итте. Өлкәндәргә шулай уҡ 6-сы лицей уҡыусылары әҙерләгән байрам концерты оҡшаны.

Автор фотоһы.
Читайте нас