Көнгәк
+27 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
8 Сентября 2017, 06:39

Байрамдар уҙҙы гөрләп

Сентябрь һәр ваҡыт мәктәптәрҙә уҡыуҙар башланыу менән күҙ алдына баҫа. Быйыл Ҡорбан ғәйетенә бәйле тантана 2 сентябрҙә тип иғлан ителгәйне, һуңынан яңы фарман килеп төштө, дини байрам Белем көнөн үҙгәртеүгә сәбәп була алмай, шуға күрә республикала йола буйынса балалар мәктәпкә 1 сентябрҙә бара.

Сентябрь һәр ваҡыт мәктәптәрҙә уҡыуҙар башланыу менән күҙ алдына баҫа. Быйыл Ҡорбан ғәйетенә бәйле тантана 2 сентябрҙә тип иғлан ителгәйне, һуңынан яңы фарман килеп төштө, дини байрам Белем көнөн үҙгәртеүгә сәбәп була алмай, шуға күрә республикала йола буйынса балалар мәктәпкә 1 сентябрҙә бара.
Киң мәғлүмәт сараларында, шулай уҡ “Көнгәк” гәзитендә лә донъя күреп өлгөргән иғлан уңайһыҙлыҡтар тыуҙырһа, ғәфү үтенәбеҙ. Шулай итеп, ҡайһы берәүҙәр һайлау алдында ҡалды: кемдер ике изге байрамға ла өлгөрөргә тырышты, хатта мәктәпкә бармаған балалар ҙа булды. Нисек кенә булмаһын, үткән ял көндәре юғары кимәлдә ойошторолған матур байрамдар менән иҫтә ҡалды.
Фанилыҡ һәм мәңгелекте берләштерә
Аллаһ тәғәләгә хеҙмәт итеүҙе өҫтөн ҡуйған хаҡ мосолмандар мәсеттәргә йыйылды, хөтбә-вәғәздәр тыңлап, ғәйет намаҙы уҡып күңелдәрен сафландырҙы, имандарын нығытты.
Сара райондың бар мәсеттәрендә лә ойошторолдо, һәм тейешле йолалар еренә еткереп башҡарылды. Ҡала мәсетендә лә байтаҡ халыҡ йыйылды, балалар уҡыуға бәйле аҙ булһа ла, йәштәрҙең иманға ынтылыуы ҡыуаныслы. Ҡала имам-мөхтәсибе изге хаж ғәмәлен ҡылыу сәбәпле, Ҡорбан ғәйете йолаларын уның урынбаҫары Анар хәҙрәт Джафаров үтәне. Район Хакимиәте етәкселегенең ҡотлауҙарын ҡала биләмәһе хакимиәте башлығы Фәнил Исҡужин еткерҙе. Хәҙрәт тә килгән ҡотлауҙарҙы, изге теләктәрҙе уҡып ишеттерҙе. Вәғәздән һуң байрам намаҙы, унан һуң хөтбә уҡылды.
Өс көн дауамында ҡорбан салыу йолаһы башҡарыла. Мәсеткә яҡташтарыбыҙ ҡорбанға 70-ләгән ҡуй биргән. Байрамда ҡатнашыусылар ҡорбан итенән ауыҙ итте, былау менән һыйланды, үҙ-ара аралашып, изге теләктәрен еткерҙе.
Белем усаҡтары ишеге асылды
Күңелле йәйге каникул көндәре артта ҡалды, рәхәтләнеп ял итеп, саф һауа һулап, һыу инеп, көс-дарман йыйып килгән балалар яңы уҡыу йылын башланы. 1 сентябрҙә район һәм ҡала мәктәптәрендә белем үрҙәрен яуларға саҡырып ҡыңғырау сыңланы, күҙҙәре осҡон сәскән, яҡты хыялдар, изге ниәттәр менән янған шат уҡыусылар дәртле атлап кластарға ашҡынды.
30 йыллыҡ юбилей йылына баҫҡан ҡаланың 4-се мәктәбе 1200 баланы ҡаршы алды, шуларҙың 138-е беренсе тапҡыр белем юлына аяҡ баҫты. Уҡыусыларҙы һәм уҡытыусыларҙы яңы уҡыу йылы менән ҡотларға район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов килгәйне. Ул мәғарифҡа өҫтөнлөклө иғтибар бүленеүенә, һәр йылдағыса быйыл да ремонтланған, таҙа, матур мәктәптәр ҡаршы алыуына баҫым яһап, уҡыусыларҙың уны һаҡлауына, ошондай хәстәрлеккә яҡшы уҡыу менән яуап биреүҙәренә ышаныс белдерҙе. 1200 ҡыҙ һәм малай өсөн ҡыңғырау тәүге тапҡыр яңғырауын билдәләп, уларға еңел булмаған юлдарында уңыштар, тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ теләне. Мәктәп директоры Юрий Зайцев мәктәптең уңыштарын барланы: сығарылыш уҡыусыһының 10-һы “Уҡыуҙа айырым уңыштары өсөн” миҙалы менән билдәләнһә, 70 проценты юғары уҡыу йортонда уҡыуын дауам итә. Быйыл беренсе тапҡыр парта артына ултырған 138 уҡыусыны ла, уларҙан өлгө алып, яҡшы күрһәткестәргә өлгәшергә саҡырҙы.
Бөтә яҡтан да алдынғы булып танылған 3-сө гимназия ла тантанаға уҡыусылар, уҡытыусылар менән бергә ата-әсәләрҙе, ветеран педагогтарҙы йыйҙы. Район Хакимиәте исеменән район Советы секретары Лилиә Һөйәрғолова ҡотланы, социаль-иҡтисади, мәғариф күрһәткестәренә туҡталды. Мәктәп директоры Владимир Сычков үткән йылғы, сығарылыш уҡыусыларының уңыштары ғорурлыҡ тыуҙырыуын билдәләп, киләсәктә лә улар белгестәр булып тыуған ерҙе үҫтереүгә лайыҡлы өлөш индереүҙәренә ышаныс белдерҙе. Үткән йыл 11-се класты тамамлаған 58 уҡыусының 14-е миҙалға лайыҡ булды. Яңы уҡыу йылына ике 11-се класс йыйылһа, дүрт 1-се класс тупланды. Тәүге тапҡыр мәктәп ишеген асҡан 128 баланы белем тауы үрҙәрен яуларға уҡытыусылар Әлиә Мостафина, Людмила Старцева, Миләүшә Зөбәйерова, Ирина Кравченко өйрәтәсәк. Барыһы 1123 уҡыусы 2017-2018 йылғы уҡыу йылына мауыҡтырғыс сәйәхәт башланы, уларға тәрән белем донъяһын асырға, артабан үҙ тәғәйенләштәрен табырға, яратҡан һөнәр һайларға тәжрибәле, оҫта уҡытыусылар ярҙам итәсәк.
Эйе, белем алыу - энә менән ҡойо ҡаҙыу, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр, педагогтарға балаларға ҡарата һөйөү менән бергә фиҙаҡәрлек, түҙемлек теләйбеҙ, ә уҡыусылар, киләсәктә ниндәй генә юл һайламаһын, иң мөһиме, һау-сәләмәт, тәрбиәле, белемле, илһөйәр, лайыҡлы шәхес булып үҫһендәр.
Читайте нас