Көнгәк
-4 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
12 Сентября 2017, 07:48

Изге юлдар донъяһына сәйәхәт

Ҡалабыҙҙа ихата байрамдарын уҙғарыу күптән инде йолаға ингән. Августың йылы бер кисендә - “Темп” балалар-үҫмерҙәр үҙәгенең ижади коллективы балалар менән “Изге юлдар донъяһы” тип исемләнгән әкиәткә юлланды.

Театрлаштырылған тамашаның төп геройҙары – Буратино һәм Светофор. Балалар Белем юлына сәфәрен уҡыусы өсөн кәрәк-яраҡ тураһында йомаҡ сисеүҙән башланы. Артабан улар мәктәпкә барған юлда йәйәүлеләр ҡатнашлығында юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен ҡабатланы.

Программаны музыкаль яҡтан Вероника Хрипунова, Арина Акщенцева биҙәне. Сарала “Темп” үҙәге тәрбиәләнеүселәре, Сәйфи Рахманғолов етәкселегендәге “Спартаковсы” клубынан каратистар, “Карамельки”, “Best Orive” бейеү коллективтары, (тренеры Оксана Исмәғилева.), “Олимп” клубынан боксерҙар (тренеры Рәзиф Маннанов), “Art-dance” төркөмө солисы Валерия Клименко нәфис гимнастика (тренеры Әҙилә Ибраһимова) күрһәтмә номер менән сығыш яһаны.

Кескәйҙәргә ирекмәндәр ойошторған аквагрим бик оҡшаны, сөнки һәр кем битенә үҙе генә теләгән рәсем төшөрттө.

“Темп” балалар-үҫмерҙәр үҙәге коллективы төрлө конкурстар менән спорт, күңел асыу һәм уйын программаһы ойошторҙо. Теләгәндәрҙән сират теҙелде, сөнки ҡатнашҡан һәр кем татлы приз алды. Бала- сағаға бер минут та күңелһеҙләнергә тура килмәне. Иң әүҙемдәргә Нәсимә Мәмбәҡолова килтергән туңдырма бушлай таратылды. Шулай уҡ йәш техниктар станцияһы вәкилдәре ҡунаҡҡа килгәйне, улар мотоциклда һәм картингыла (етәкселәре Василий Абрамов, Александр Подрядов) ҡатнашты. Тамаша онотолмаҫ тәьҫораттар бүләк итте.

Татьяна МЕХЛИКОВА, “Темп” балалар-үҫмерҙәр үҙәгенең тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары.

Автор фотолары.
Читайте нас