Яңылыҡтар
12 Сентября 2017, 09:16

Киләсәккә яҡты өмөт бағлайбыҙ

Йәкшәмбе ҡаланың 9-сы һайлау округы, Иштуған, Нордовка, Шевченко ауыл биләмәһе советтарына өҫтәмә депутаттар һайлау үтте.

Участка һайлау комиссияһы ағзалары махсус уҡыу һәм әҙерлек үтте.
Беҙҙең ижади төркөм эшен ҡаланың 2556-сы һайлау участкаһынан башланы. Бында исемлек буйынса 2334 һайлаусы теркәлгән, шуларҙың күбеһе - оло йәштәгеләр. Ҡала советына өҫтәмә депутатлыҡҡа 4 кандидат дәғүә белдергән, “Рәсәй патриоттары”, ”Берҙәм Рәсәй”, ЛДПР һәм берәү үҙ-үҙен күрһәткән. Иртәнге 10-да һайлаусыларҙың 8 проценты тауыш биреп өлгөргән ине. Һайлау участкаһында музыка уйнай ине, күсмә сауҙа нөктәһе, үҙәк дауахана белгестәре эшләне.
Озерки һәм Антоновка ауылдары ингән 2572-се участка һайлау комиссияһы рәйесе Виктор Кризский һүҙҙәренә ҡарағанда, биләмә халҡы сираттағы һайлауға ла ҙур әүҙемлек менән ҡушылған. Иртәнге сәғәттә ауыл халҡының 20 проценты тауыш биреп өлгөргән. Комиссия ағзалары оло йәштәгеләрҙең йортона барып, тауыш биреү ойошторған.
Ошондай уҡ саралар Иштуған һәм Нордовка ауыл биләмәләрендә лә үтте. Сираттағыһы - 2018 йылда уҙасаҡ күләмле һайлау кампанияһына сираттағы сара генераль репетиция булараҡ гражданлыҡ яуаплылыҡҡа һынаны.
Һүрәттә: Һайлаусылар тауыш бирә.
Автор фотоһы.
Читайте нас