Көнгәк
+16 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
12 Сентября 2017, 06:48

Мәктәптәрҙә туҡландырыу ойошторолды

Яңы уҡыу йылына ла аяҡ баҫтыҡ, һәм дөйөм белем биреү учреждениеларында мөһиммәсьәләләрҙең береһе - туҡландырыуҙы ойоштороу.

Баланың етеҙ үҫеше, уҡыу осоронда дөрөҫ ойошторолған режим талап итә. Сәләмәт туҡланыу нигеҙе мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында уҡ һалына, был йүнәлеш мәктәптә лә дауам итә. Был ғәҙәттәр формалашыуҙа ғаиләнең дә роле ҙур, шуның өсөн атай-әсәй балаһының йортта, мәктәптә туҡланыуына етди иғтибар бүлергә тейеш.
Бөгөн райондың бөтә мәктәптәрендә лә 9 меңдән ашыу уҡыусы ҡайнар аш менән тәьмин ителгән. Конкурс процедураһына яуап биргән, ҡайнар туҡландырыу буйынса хеҙмәт баҙарында 12 йылдан ашыу тәжрибәгә эйә һөнәри белгестәре булған “Мәләүез” ҡулланыусылар йәмғиәте ойоштора.
Уҡыусыларҙың һаулығын һаҡлау һәм нығытыу - дәүләт органдарының, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм Мәләүез районы Хакимиәтенең даими контролендә. Йыл һайын күп балалы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән уртаса 1300 уҡыусыға һәм социаль яҡланмаған 700-ҙән ашыу балаға республика, район бюджетынан бушлай туҡландырыу ҡаралған.
Гөлназ ӘМИРОВА, мәғариф идаралығы инженер-технологы.
Фото
архивтан.
Читайте нас