Көнгәк
+14 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
12 Сентября 2017, 09:02

Мәләүездәр берҙәм эшләй, уңыш шуға юғары

Йома районға эш сәфәре менән республика Хөкүмәте Премьер- министр урынбаҫары Ирек Мөхәмәтдинов килде, уны районХакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов оҙатып йөрөнө.

Делегация “Ашҡаҙар” хужалығының Нордовка фермаһында ураҡ эштәре барышын ҡараны,”Дружба”, “Старт” хужалыҡтарында ла баҫыу эштәре кампанияһы барышы һәм “Мәләүез шәкәр заводы йәмғиәтендә предприятиеның миҙгелгә әҙерлеге менән танышты.
“Ашҡаҙар” хужалығы - районда майҙаны буйынса иң ҙур ауыл хужалығы предприятиеларының береһе. Агротехник сараларҙы ваҡытында башҡарыу, заманса алымдар ҡулланыу, көслө матди база өлгәшелгән уңыштар буйынса республика кимәленә сығырға булышлыҡ итте. Урып-йыйыу эштәре - тамамланыу алдында, культураларҙың гектар ҡеүәте юғары. Үҫемлекселек кенә түгел, малсылыҡ та юғары үҫешкән. Заманса малсылыҡ объекттары төҙөү, хеҙмәт шарттарын яҡшыртыу, тоҡомло мал һатып алыу яйға һалынған. Фермаларҙа ҡул хеҙмәтен автоматтар алмаштырған, мал аҙығы сифаты даими тикшерелә, яһалма ҡасырыуға өҫтөнлөк бирелгән.
Премьер-министр урынбаҫары малсылыҡ обьектындағы эш шарттары менән ҡәнәғәт ҡалды, хужалыҡ етәксеһенән киләсәк план-маҡсаттар менән ҡыҙыҡһынды.
Артабан уларҙы “Дружба” хужалығы етәксеһе Аҫылбәк Алмашев ҡаршыланы. Урып-йыйыу эштәре тулы ҡеүәтенә алып барыла, мал аҙығы артығы менән туплана, баҫыуҙар эшкәртелә, орлоҡ запасы булдырылған. Фермалар ҡышҡы миҙгелгә тулыһынса әҙер.
Йәйгеһен оҙайлы ямғырҙарҙың уңыш сифатына кире йоғонто яһамаған, бөгөн аграрийҙарҙың уңышҡа өмөтө ҙур. Кукуруз, рапс баҫыуҙарында башҡа йылдарҙан кәм булмаясаҡ, тип билдәләне белгестәр.
“Старт” крәҫтиән хужалығы баҫыуында районда шәкәр сөгөлдөрө үҫтереү менән шөғөлләнгән хужалыҡ етәкселәре менән осрашыу, фекер алышыу үтте. Етәкселәр үҙҙәрен борсоған һорауҙарға ҡәнәғәтләнерлек яуап алды.
Артабан Республика Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Мәләүез шәкәр заводы йәмғиәтендә миҙгелгә әҙерлек барышы менән танышты, ремонт эштәрен ҡараны, татлы тамырҙы ҡабул итеү майҙансыҡтарына сәйәхәт ҡылды. “ Урып-йыйыу кампанияһы Мәләүез районында йылдағыса ойошҡанлы алып барыла. Уңыш юғары, был агросараларҙы ваҡытында башҡарыу, гербицид, ашламалар ҡулланыу, заманса техника ярҙамында эшләүгә, аграрийҙарҙың хеҙмәтен юғары баһалауға бәйле. Бөртөклө, техник культураларҙың гектар ҡеүәте шатландыра. Малсылыҡ йүнәлешендә бер аҙ төҙәтмәләр индерергә кәрәк. Бөгөн шәкәр сөгөлдөрө ҡаҙыу башланды. Завод уны ҡабул итеүгә әҙер. Һауа торошоноң нисек булыуына ҡарамай уңышты юғалтыуһыҙ йыйып алыу - төп маҡсат”, - тип билдәләне йомғаҡлау һүҙен Ирек Радил улы.
ҺҮРӘТТӘ: рапс- киләсәктә талап ителгән культура, ти белгестәр.
Читайте нас