Көнгәк
+13 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
12 Сентября 2017, 07:43

Шәкәр заводы яңы уңышты ҡабул итергә әҙер

Республика шәкәр заводтарының матди-техник базаһы, уларҙың яңы уңышты ҡабул итергә, эшкәртергә әҙерлеге тикшерелде.

“Мәләүез шәкәр заводы” йәмғиәте миҙгелдә 415 мең тонна татлы тамыр ҡабул итергә һәм эшкәртеү мөмкинлегенә эйә. Яңы уңыш ҡабул итеүгә завод тулыһынса әҙер. Район буйынса шәкәр сөгөлдөрөн ҡаҙыуҙы сентябрҙең беренсе ун көнлөгөнә күҙаллаһалар, ҡабул итеү икенсе яртыһында башланасаҡ. Эшкәртеү ҙә ошо ваҡытҡа планлаштырылған. Хужалыҡтар менән килешеүҙәр төҙөлгән, татлы тамыр үҫтереүселәр менән ике яҡ өсөн дә ҡулайлы схемабулдырылған. Юл сығымдарын йәмғиәт үҙе ҡаплаясаҡ.
Завод тәүлегенә 5-6 тонна сөгөлдөр ҡабул итә. Пункттың һыйҙырышлылығы 110 мең тонна тәшкил итә.Үлсәү хужалығы һәм лабораторияның эш миҙгеленә бөтә талаптар буйынса ла яуап биреүе асыҡланды.
Читайте нас