Көнгәк
+28 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
2 Октября 2017, 07:00

Тарихҡа бер ҡараш

Райондың ғына түгел, республиканың Салауат, Стәрлетамаҡ, Ишембай сәнәғәт ҡалалары үҫешенә үҙ өлөшөн индергән Нөгөш гидроузелын сафҡа тапшырыуға быйыл 50 йыл тулды. Ул Нөгөш ҡасабаһын, уның биләмәһендә урынлашҡан объекттарҙы электр энергияһы менән тәьмин итә.

1954 йылда проект-смета документтары төҙөлә. 1959 йылда буласаҡ ҡасабаға нигеҙ һалынып, 1967 йылдың 30 сентябренә тиклем оҙайлы эштәр дауам итә. Төҙөлөш өсөн тиҙ арала бетон заводы, төҙөлөш базаһы, механизацияланған оҫтахана, келәт, ҡаҙанлыҡ төҙөү талап ителә. Энтузиаст төҙөүселәр палаткаларҙа йәшәй, 1960 йылда күсмә дизель электр станцияһынан эшләгән ике бер кубометрлы экскаватор беренсе ярҙарҙы киңәйтеүҙе башлай.
Плотинаға беренсе нигеҙ ошо йылда һалына. 4,5 миллион кубометр ер, 125 мең кубометр бетон - Нөгөш һыулаҡлағысын төҙөү өсөн талап ителгән норма була. 400 миллион кубометр күләмендә һыу йыйыу һәм һаҡлау өсөн төҙөүселәр туҡтамай эшләй. 1961 йылда ашхана, магазин, мунса, балалар баҡсаһы, мәктәп сафҡа тапшырыла.
Гидроузелдың төп ҡоролмаһының икенсеһе һыу ағып төшөү өсөн төҙөлгән тимер-бетон арка, уның киңлеге һәм бейеклеге 7-шәр метр. Көслө һыу ағымынан электр энергияһы барлыҡҡа килә. Ҡоролма - дәүләт энергия системаһы исемлегендә.
Өсөнсөһө - ташҡын ваҡытында һыуҙы ағыҙыу ҡоролмаһы. Тимер-бетон каналдың оҙонлоғо - 200 метр. Уны үтеп, һыу 250 метрлыҡ етеҙ ағымға эләгә. Ҡоролма ташҡын осоронда ғына артыҡ һыуҙы ағыҙыу өсөн ҡулланыла.
1965 йылдың 14 сентябрендә Нөгөш йылғаһы үҙәге ябыла, һәм 1966 йыл яҙғыһын соҡорға һыу йыйыу башлана. Тап 50 йыл элек гидроэлектростанция эшләй башлай. Ярты быуат дауамында гидротехник ҡоролма халыҡты һыу һәм электр энергияһы менән тәьмин итә, күркәм ял итеү урынына әүерелә.
Миңлейәр Үзбәков:
- Мин - тыумышым менән Һәргәй ауылынан. Армияға тиклем ауыл эргәһендә төҙөлөш эштәре башланған ине. 1962 йыл хеҙмәтте тамамлап ҡайтҡас, ошонда төҙөүсе-балта оҫтаһы булып эшкә урынлаштым. Йәш саҡ - дәртле, арыу-талыу белмәй торған мәл, удар эш фронты иғлан ителгәс, 3-шәр смена эшләнек. 1966 йылға тиклем төҙөнөк, артабан Салауат төҙөлөш идаралығына күсерҙеләр һәм бригаданы Учалы, Орск яҡтарына алып киттеләр. Бөгөн архивта һаҡланған фотоларҙан күргәҙмәлә таныштарымды күреп, хәтирәләргә бирелдем. Нөгөш - ул беҙҙең йәшлек менән бәйле.
Әмир Ҡазбәков:
Һыуһаҡлағыс төҙөү кисә генә һымаҡ, баҡтиһәң, 50 йыл ваҡыт үткән. Ҡасандыр ауылдар күсереләсәге, бесәнлек, яландар һыу аҫтында ҡаласағын белгәс, ошонда тыуып-үҫкәндәр һымаҡ мин дә ниндәйҙер ҡәнәғәтһеҙлек тойғоһо кисерә инем.
Уны төҙөүҙә мин дә ҡатнаштым. Бөгөн иһә, һыуһаҡлағысҡа күпләп ял итеүселәр килә тип шатланабыҙ. Әммә экологиябыҙ, тәбиғәтебеҙ унан зыян күрмәһен ине. Йылғала көн-төн туҡтамай моторлы кәмәләр хәрәкәт итеүе балыҡ үрсеүенә, урманда йәнлектәр артыуына нисек тәьҫир итә? Ошо хаҡта ла уйларға кәрәк.
Һыу ағышын үҙгәртер халыҡ төйәге
Гидроузелдың сафҡа тапшырылыуына 50 йыл үтеү айҡанлы, Нөгөш һыуһаҡлағысы ярында ошо объектты төҙөүселәргә арналған иҫтәлекле стела асыу тантанаһы үтте. Сараға ауыл халҡы, төҙөүселәр һәм уларҙың эшен дауам иткән балалары йыйылды. Стеланың авторы - Алик Ғайсин. Мәрмәр ташты эшләүгә ауыл халҡы үҙ өлөшөн индергән - 40 мең һум аҡса йыйған.
Район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов йыйылыусыларҙы иҫтәлекле көн менән ҡотланы, быуындар күсәгилешлеген һаҡлаған төбәк халҡына йылы һүҙҙәрен еткерҙе. Нөгөш ауыл биләмәһе башлығы Әсҡәт Ҡормаев объекттың бөгөн дә мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды, оло быуынға, төҙөүселәрҙең ҡаһарманлығын мәңгеләштереүгә өлөш индергәндәргә рәхмәт белдерҙе. Шулай уҡ бер төркөм хаҡлы ялдағы төҙөүселәр хәтирәләре менән уртаҡлашты. Мәктәп уҡыусылары әҙерләгән концерт номерҙары алҡыштарға күмелде. 50 йыл элек мөһим объект төҙөүҙә ҡатнашҡан быуын иҫтәлектәре менән уртаҡлашты.
ҺҮРӘТТӘ: гидротехник узел төҙөүселәрегә асылған стела янында.
Автор фотоһы.
Читайте нас