Көнгәк
+15 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
10 Октября 2017, 08:27

Байрамың мөбәрәк булһын, республикам!

Республика көнө айҡанлы ҡалала яңы объекттар асыу һәм байрам тантанаһы үтте. Сараға БР Туризм һәм эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Вячеслав Ғиләжетдинов килде. Беҙҙә лә “Асыҡ регистратура” эшләй!

Район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов оҙатыуында Вячеслав Африк улы район дауаханаһында халыҡ менән аралашты, ололар поликлиникаһында республика дәүләт үҙаллығына 27 йыл тулыуға арналған көндәрҙә Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының “Асыҡ регистратура” проекты сиктәрендә ололар поликлиникаһында пациенттарҙы хеҙмәтләндереү шарттарын яҡшыртыу һәм камиллаштырыу маҡсатында врачҡа электрон яҙылыу бүлексәһен тантаналы асыуҙа ҡатнашты.
Район үҙәк дауаханаһы баш врачы Урал Хәбибуллин үҙ сығышында бындай проекттың республика өсөн яңылыҡ түгеллеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. “Асыҡ регистратура” ярҙамында пациенттар регистраторҙар менән ҡаршылыҡһыҙ аралашасаҡ. Медицина учреждениеһына мөрәжәғәт итеүселәр сират, аңлашылмаусанлыҡтарҙан азат ителә. Мөрәжәғәт итеүселәргә фойела уңайлы көтөү урындары, ҡабул итеү графигы, кабинеттарға берҙәм төҫтәр гаммаһында эшләнгән күрһәткестәр ҡуйылған.
Урал Мәжит улы проектты тормошҡа ашырыуҙа теләктәшлек күрһәткән подрядсы ойошма етәкселәренә рәхмәт белдерҙе һәм Маҡтау грамоталары тапшырҙы.
БР Туризм һәм эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Вячеслав Ғиләжетдинов регистртура операторҙары менән аралашты, картотека бүлмәһен ҡараны һәм башҡарылған үҙгәрештәр менән ҡәнәғәт булыуын белдерҙе.
Бөтәһе лә - балаларға
Күп фатирлы йорттар ихатаһында федераль һәм республика өҫтөнлөклө проекттары сиктәрендә балалар ял майҙансыҡтары асылды. Ҡасандыр урынлаштырылған ауыр тимер ҡоролмаларҙы төҫлө материалдарҙан эшләнгәндәре алмаштырҙы. Эшлекле делегация Ленин урамында урынлашҡан ошондай уйын майҙансығында булды.
“Дан” аллеяһында - тағы бер стела
Район Хакимиәте башлығына айырыуса хәүеф сығанағын бөтөрөүҙә ҡатнашыусыларҙың инициатива төркөмө мөрәжәғәте буйынса яугирҙар иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатында тағы бер стела барлыҡҡа килде.
Ошонда хеҙмәт иткән Петр Лазарев йыйылыусылар исеменән һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүгә район-ҡаланан 100 кеше йәлеп ителеп, бөгөн шуларҙың тик 13-ө генә иҫән икәнлеген белдерҙе. “Заманса дауалау алымдары, шифахана, курорттар ғына ярҙам итмәй, тап шул ҡәһәрле йылдарҙа алған нурланыш, бөгөн беҙҙең аранан күптәрҙе алып китә. Был стела - беҙҙең йөрәктәрҙән сыҡҡан рәхмәт”,- тине ул. Иҫтәлекле һәйкәлгә сәскә гөлләмәләре һалынды.
Ҡала мәҙәниәт һарайы яңырыш кисерә.
Ҡала мәҙәниәт һарайының 65 кеше һыйҙырышлы бәләкәй залына Кино фондынан миллион һум грант бүленде. Кинозал яңы ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Бөгөн беҙ донъяуи кинозалдар селтәренә ингәнбеҙ, шунлыҡтан яңы кинофильмдарҙы беренселәрҙән булып ҡарай алабыҙ. Заман талаптарына яуап биргән 3 D форматындағы фильм яратыусылар өсөн бәләкәй зал - яратҡан урын. Ул өсөнсө быуын кинопроекторы, заманса акустика ҡоролмалары менән байытылған. Йола буйынса кинотәрилкәгә ҡултамға ҡуйғандан һуң, бер нисә фильмдан өҙөк тәҡдим ителде.
Быға тиклем бәләкәй һәм ҙур залда саралар уҙһа, мөһим йыйылыштарға урын ҡалмай, йәки ул икенсе ваҡытҡа күсерелә ине. Хәҙер күләмле йыйылыш, ултырыштар яңыртылған конференциялар залында уҙасаҡ, ул 60-200 кешегә иҫәпләнгән.
Дан йырлайым һиңә, республикам!
Республика үҙаллығына арналған тантана ла ҡала мәҙәниәт һарайында уҙҙы.
БР Туризм һәм эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Вячеслав Ғиләжетдинов йыйылыусыларҙы байрам менән тәбрикләп, республика башлығы ҡотлауын еткерҙе. Бер төркөм хеҙмт алдынғыларына Маҡтау грамоталары тапшырҙы. Республиканың һуңғы йылдарҙа төрлө кимәлдәге программаларҙа уңышлы ҡатнашыуын билдәләне, тармаҡ үҫешенә байҡау яһаны. “Ауыл хужалығы, етештереүсе предприятелар эшмәкәрлегендә мөһим аҙымдар күҙәтелә. Инвестициялар йәлеп ителә, шуларҙың 70-тән артығы тормошҡа ашырылған. Һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, мәҙәниәт өлкәһендә ғорурланырлыҡ күрһәткестәргә ирешелгән. Мәләүез районындағы үҙгәрештәр өсөн ғорурлыҡ хистәре кисерәм, рәхмәт ”, - тине ул.
Район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов сығышынан һуң, Республика көнө айҡанлы бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына Маҡтау грамоталары тапшырҙы.
Тантаналы йыйылышҡа үҙешмәкәр артистар әҙерлгән концерт нмерҙары йәм өҫтәне.
ҺҮРӘТТӘ: “Асыҡ регистратура”ның өҫтөнлөктәре күп
Республика үҫешенә өлөш индергән ҡотланыусылар
Автор фотолары.
Читайте нас