Быйылғы уҡыу йылында 39 кадет Ватанға намыҫлы хеҙмәт итергә, Рәсәй халҡына, корпустың байрағына, “Кадет кадетҡа дуҫ һәм туған” девизына тоғро булырға, үҙендә иң яҡшы кешелек сифаттарын тәрбиәләргә ант бирҙе.
Тантаналы анттарына уларҙың атай-әсәйҙәре, колледждың граждандар төркөмөндә уҡыған уҡыусылары, педагогия коллективы шаһит булды.
Уҡыусыларҙы һәм уларҙың атай-әсәйҙәрен иҫтәлекле ваҡиға менән район Хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Геннадий Шлычков, Мәләүез ҡалаһы, Мәләүез, Федоровка райондары буйынса хәрби комиссариаттың бүлек начальнигы Семен Кочергин, колледж директоры вазифаһын башҡарыусы Фирҙәүес Сангишева, ветерандар ойошмаһы рәйесе Александр Кузнецов ҡотланы.
Кадет корпусы начальнигы Александр Дорин билдәләүенсә, үҫмерҙәр учреждениела уҡыған ике айҙа режим буйынса йәшәп, строй һәм ут әҙерлеге, дөйөм тактика, хәрби фәндәр менән танышты, устав ятланы, Рәсәй тарихын өйрәнде, “Йәш яугир мәктәбе”, 40 километрға марш-бросок үтте.
Хәрби хеҙмәт еңел түгел - был хәҡиҡәтте кадеттар үҙ елкәһендә татыны. Тәүге һынауҙы бөтәһе лә лайыҡлы үтте. Алда кадеттарҙан ихтыяр көсө, рухи ныҡлыҡ, яҡшы физик әҙерлек һәм тәрән белем талап иткән тағы бик күп һынауҙар көтә. Класс етәкселәре Ирина Рәхмәтуллина һәм Лилиә Козусь менән бергә һынауҙарҙы үтеп, лаборант-эколог, технологик насостар һәм компрессорҙар машинисы һөнәрен алып сығасаҡтар.
Беренсе курс уҡыусылары исеменән Андрей Попов кадет исемен ғорур йөрөтәсәктәрен һыҙыҡ өҫтөнә алды, педагогия коллективына рәхмәт белдерҙе.
Альмира Хәлитова бөтә әсәй-атайҙар исеменән уҡыусыларҙы, колледж һәм кадет корпусы преподавателдәрен сағыу ваҡиға менән ҡотлап, артабан уңыштар теләне. Ҡотлауҙар тамамланғас, кадет корпусында уҡыған ҡыҙҙар һәм үҫмерҙәр ҡорал менән эш итеү һәм ҡул һуғышы буйынса күрһәтмә сығыш яһаны.
Беренсе курстарҙың тантаналы ант биреүенә арналған митинг унда ҡатнашҡандарҙың күңелендә бөгөнгө ҡояшлы көҙгө көн кеүек тик йылы тәьҫораттар ғына ҡалдырҙы.
Һүрәттәрҙә: Кадеттарҙың тантаналы ант биреүенә арналған митингыла.
Андрей Попов бөтә беренсе курс уҡыусылары исеменән педагогия коллективына рәхмәт белдерҙе.