Көнгәк
+28 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
17 Октября 2017, 09:09

Уңыш йыйыу тамамлана

“Дружба” ауыл хужалығы йәмғиәте - райондың алдынғы хужалыҡтарының береһеХужалыҡта бөтәһе 8,5 мең гектар сәсеүлектәрҙең: 767 гектарынужым культуралары биләй, шуларҙың 4 мең гектарҙа яҙ сәселгән бөртөклөләр йыйыпалынған, 800 гектары- арпа, 2,2 мең гектары - бойҙай.

Шулай уҡ 182 гектар борсаҡ, 100 гектар һоло үҫтерәләр. Малсылыҡ менән шөғөлләнгән хужалыҡ булараҡ мал аҙығына ла ҙур иғтибар бирелә.
Ауыл хужалығы йәмғиәте көнбағыш йыйыу эштәре бара. “Хәҙерге ваҡытта һауа торошо бик тә уңайлы, артабан да шулай булырына ышанабыҙ”, - ти баш агроном Курман Зделюев. Дөйөм майҙаны -1183 гектар, уңдырышлығы - гектарынан 22 центнер, көнөнә 120 гектар ерҙән йыйып алына, көнбағыш баҫыуында унға яҡын техника эшләй. Механизаторҙарға заманса техникала эшләүе уңайлы. Сергей Дьяконов 30 йылға яҡын баҫыуҙа тир түгә, ә Айрат Әхмәтшин 3 йылына эшләүенә ҡарамаҫтан, бөтә эште еренә еткереп башҡара. Орлоҡ кукурузын урып-йыйыу башланды. Быйыл ауыл хужалығы йәмғиәте өс “Акрос-595” комбайны алған. Ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы етерлек әҙерләнгән.
Һүрәттә: Сергей Дьяконов менән Айрат Әхмәтшин таң менән килеп төнгә тиклем тырышалар.
Автор фотоһы.
Читайте нас