Һаулыҡ торошо насар ҡатын ни сәбәптәндер һаман да торлаҡта теркәлә алмай, суд приставтары пенсияның яртыһын тотоп ҡалһа ла, фатирына түләү кәмемәй. Тын юлы буйынса етди диагноз ҡуйылған яңғыҙ әсә балаһына йүнәлтмә юллауҙа, икенселәре дауаланыу урынына тиклем юл хаҡын түләүҙә ярҙам итеүҙе һораны, баҡсасылыҡ йәмғиәтендә рөхсәт ителмәгән урында сүп-сар түгеүҙәрен туҡтатыу, йылытыу миҙгеле башланһа ла, торбаларҙың йылытмауына ризаһыҙлыҡ белдереүселәр ҙә булды ҡабул итеүҙә.
Николай Андреевич һәр кемде иғтибар менән тыңланы, ҡануниәткә ярашлы хоҡуғы боҙолғандар буйынса тейешле органдарға мөрәжәғәт итәсәген белдерҙе. “ Иң ҡатмарлы һорауҙар республика ла ғына түгел, федераль кимәлдә сиселеш талап итә. Мәләүездәр бөгөн дә һәр ваҡыттағыса әүҙемлек күрһәтте. Мөрәжәғәттәргә килгәндә, торлаҡ мәсьәләһе иң актуаль булып ҡала, урындағы халыҡтың йорт төҙөүгә ер майҙаны алыу мөмкинлеге булмауы, алимент түләүҙән ҡасып йөрөгән атайҙар, баланы торлаҡҡа теркәүгә бюрократик кәртәләр һәм башҡа һорауҙар күтәрҙе. Бындай осрашыу халыҡ менән власть араһында бер- береңә ышаныс уята, һәм киләсәктә лә дауам ителергә тейеш”,- тине Ҡоролтай депутаты.