Мәләүез район- ҡала ветеринария станцияһы начальнигы урынбаҫары Евгения Тарасова яуап бирә:
- Бешмә (ящур)йорт һәм ҡырағай хайуандар араһында тарала. Тиҙ йоғошло, шуныһы менән хәүефле. Вирус эләккән малдың ауыҙ ҡыуышлығы боҙола, теле һәленә, иркен хәрәкәтләнә, атлай алмай. Шайығы үтә күренмәле, ауырыу көсәйгәндә һарыға әйләнә, елен, тояҡтар боҙола.
Бешмә(ящур) кешегә лә йоға. Вирус 60 градустан юғары температурала, ультрафиолет һәм ябай дезинфикациялау саралары менән эшкәрткәндә генә юҡҡа сыға. Киреһенсә, түбән температура, юғары дымлылыҡ булғанда ул үрсей һәм оҙаҡ һаҡлана. Вирус сығанағы - ауырыу мал, уларҙа инкубация ваҡыты 1-7, хатта 21 көнгә тиклем дауам итә. Бындай малдың хатта тиҙәге, һөтө, шайығы, төкөрөгө вирус сығанағы булып һанала. Ауырыу асыҡланғанда көтөүлек, мал бинаһы, инвентарь, ҡыҫҡаһы, бөтә урын эшкәртелелергә тейеш.
Ауырыу мал ашамай, тән температураһы 40,1-41,5 градусҡа тиклем күтәрелә. Бер нисә көндән ирендәрендә, ауыҙ ҡыуышлығында эрен, шулай уҡ тояҡ араһындағы тирелә, елендә сабыртма барлыҡҡа килә, улар һытылып, эрозия башлана.
Кешегә инфекция һыйыр һөтө, һирәк осраҡта ит продукцияһы ҡулланғанда күсә, шулай ҙа туранан-тура контакт йәғни, һауыу, тәрбиәләү, салыу мәлендә, һауа-тамсы юлы менән - тын алғанда, йүткергәндә, шулай уҡ уларҙың бүленмәләре аша ла йоғорға мөмкин. Инфекция кешенән кешегә күсмәй һәм тапшырылмай, уға балалар организмы тиҙ бирешеүсән.
Вирустан һаҡланыу саралары:
- район-ҡала ветеринария станцияһында һәм ауыл биләмәһе хакимиәтендә малды теркәүгә ҡуйыу, ваҡытында прививка эшләтеү;
- төп көтөүлеккә ҡушыр алдынан ситтән һатып алынған малды ветеринария хеҙмәтендә теркәү һәм карантинда тотоу;
- зоогигиена тааптарын инҡар итмәү, мал аҙығын термик эшкәртеү, фермаларҙа санитар тикшереү урындары йыһазландырыу, дезинфекция ҡаршылығы булдырыу һәм башҡалар;
- Хужалыҡҡа ингән транспорт сараларына һәм мал аҫралған бинала даими дезинфекция, дератизация, дезинсекция уҙғарыу;
- Рөхсәт ителмәгән урында ветеринария документы булмаған мал һәм мал аҙығы һатып алыу тыйыла;
- Малды ветеринария белгесе тикшереүенән һуң ғына махсус салыу пункттарында салырға һәм эшкәртергә;
- Хужалыҡ биләмәһенән тейешле органдар рөхсәтенән тыш малсылыҡ продукцияһы сығарыу тыйыла.
Бешмә вирусы һаҡланыу ваҡыты
Тауыҡ итендә - 112-119 көн;
Хайуан йөнө һәм кейемдә -40-45 көн;
Ҡар һәм ямғыр һыуында - 103 көн.
65 процент - ҡайнатылмаған һәм эшкәртелмәгән һөт;
34 процент - мал янында булған һәм тәрбиәләгәндә;
1 процент - эркет һыуы, эшкәртелмәгән ҡоролма аша.