Көнгәк
+14 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
24 Октября 2017, 07:23

Барын һаҡлаһаҡ, яҡшыраҡ, байыраҡ йәшәрбеҙ

Үткән шәмбе көндөң һыуыҡлығына ҡарамаҫтан,Гагарин паркын таҙартыу һәм ағас ултыртыу буйынса ҙур өмә үтте. Бында “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” муниципаль программаһы буйынса ял зонаһы асыумаҡсатында әүҙем эштәр бара.

Район Хакимиәте, ведомство-ара подразделение һәм ҡала предприятиелары хеҙмәткәрҙәре паркты төҙөкләндереүгә үҙ өлөшөн индерҙе.
Ҡаран йылғаһы һәм юл буйҙарына йәш үҫентеләр утырттылар. Ағастарҙы “Йәшел хужалыҡ” предприятиеһы әҙерләне. Өмәлә бөтәһе лә әүҙем эшләне. Бөтәһе 850 ағас ултыртылды, Киләсәктә алма, слива, ҡайын, кедр, ҡарағас, шыршы ағастары гөрләп үҫер, һауабыҙҙы таҙартыр, беҙҙең балаларыбыҙ ҙа ғаиләләре менән кинәнеп ял итер хоҙур мөйөш булыр тип ышанғы килә.
Шулай уҡ сүп-сар ҙа йыйылды, парк ҡупшы ҡыҙҙай матурланып ҡалды. Әйткәндәй, өмәләрҙең беренсеһе генә түгел, ҡый, ҡалдыҡтар ҙа йыйылып тора, әммә был килеүгә тағы ла шул уҡ күренеш ҡаршы алды - йәйге ялдың “сағыу” биҙәктәре тирә-яҡта тулып ята. Ни өсөн ял итеүселәр ашаған табаҡтарына төкөрөп китә - үҙеңдең артыңдан йыйыштырып китеп булмаймы икән ни!?
Ҡасан ҡараш үҙгәрер, бының өсөн нимә эшләргә кәрәк. Әлеге ваҡытта ҙур көс һалып төҙөлгән ял урындары вандализм ҡорбаны булмаҫмы? Был тарафта депутаттар корпусы дежурлыҡ ойоштороу тәҡдиме менән сыҡты, әлбиттә, ыңғай күренеш. Тик бында халыҡ берҙәм тотонғанда, хоҡуҡ органдары тарафынан ғәйеплеләр асыҡланып, ҡаты яза бирелгәндә генә, бәлки, һөҙөмтә булыр. Емереүсе, ҡыйлаусыны күреп тә, битараф ҡалыу үҙе енәйәткә тиң. Нәҡ тирә-яҡтағыларҙың вайымһыҙлығы тәртип боҙоусыларға иркенлек бирә.
Барыһы ла халыҡ өсөн эшләнә, һәм был ҡоро һүҙҙәр түгел, әгәр бергәләп барын һаҡлаһаҡ, тик үҙебеҙ өсөн – аҡсаны ремонҡа түгел, яңыға йүнәлтергә мөмкин. Тормошобоҙ ҙа яҡшыраҡ, байыраҡ булыр.
Читайте нас