Билдәле булыуынса, 1 октябрҙән көҙгө саҡырыу башланды. Был кампания декабрь аҙағына тиклем дауам итә. Рәсәй Президенты Владимир Путин Указына ярашлы, Ҡораллы Көстәр сафына быйыл 134 мең егет алынасаҡ. Башҡортостандан 5500 -гә яҡын граждан саҡырыласаҡ. Мәләүез ҡалаһы саҡырыу пунктынан йөҙҙән ашыу егет хәрби хеҙмәткә алынасаҡ.
Традиция буйынса буласаҡ ил һаҡсыларына фатиха һүҙе менән Мәләүез ҡалаһы, Мәләүез һәм Федоровка райондары хәрби комиссариат бүлеге начальнигы, подполковник Рөстәм Ҡантимеров сығыш яһаны. Ул егеттәргә Тыуған илде һаҡлау үҙен хөрмәт иткән һәр егеттең изге бурысы булыуын, Рәсәй Ҡораллы Көстәрендә хеҙмәт итеү – тормошҡа лайыҡлы йүнәлтмә алыуҙың, үҙ илеңдең илһөйәре булыуҙы иҫбат итеүҙең һәм, әлбиттә, хәрби билет менән абруйлы эш урынына урынлашыуҙың берҙән-бер мөмкинлеге икәнлеген билдәләне.
-Бөтәгеҙгә лә, Ватан алдындағы мөҡҡәддәс бурысығыҙҙы иҫән-һау үтәп, үҙҙегеҙҙе генә түгел, яҡын кешеләрегеҙҙе, Тыуған илегеҙҙе яҡларға һәләтле көслө, ҡыйыу, ысын ир-егет булып ҡайтыуығыҙҙы теләйем!- тине.
Ҡотлау һүҙҙәре менән район Хакимиәтенең спорт секторы мөдире Ринат Басиров, яугир-интернационалист Александр Шалютов һәм Богородица Ҡаҙан ҡорамы иерейы Рафаил сығыш яһаны. Ҡотлау телмәрҙәрендә армияның егеттәр өсөн ҙур һынау, тормош мәктәбе булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алдылар һәм йәштәрҙең уны уңышлы үтеп, атай-әсәһен, туғандарын һөйөндөрөүен теләне.
Федоровка районы Яңы Яуыш ауылынан Вәсил Маликов кәйефе менән ҡыҙыҡһындым.
-Бик яҡшы, - тине ул. - Армияға үҙ теләгем менән китеп барам. Ишембай нефть колледжының 5-се курсы студентымын. Бер йыл хеҙмәт итеп ҡайтҡас, уҡыуымды тамамлаясаҡмын һәм ҡулыма хәрби билет алып эшкә урынлашырға хыялланам. Яҡындарыма һау-сәләмәт хеҙмәт итеп ҡайтырға вәғәҙә бирәм, оҙатып ҡалғандарҙың бөтәһенә лә рәхмәт белдерәм.
Вәғәҙә - иман! Иҫән-һау йөрөп ҡайтығыҙ, егеттәр!
Һүрәттә: Иҫән-һау хеҙмәт итеп ҡайтығыҙ, һеҙҙе яҡындарығыҙ көтә.