Тарихи әһәмиәткә эйә спорт менән шөғөлләнеү урынының яңы һулыш кисереүенә ышаныс ҙур. Әлегә проект документтарын әҙерләү дауам итә.
“Башҡортостан республикаһының 100 йыллығына - 100 объект” программаһы хаҡы билдәләнде. Иҡтисади үҫеш министрлығы мәғлүмәтенә ҡарағанда, проект яҡынса 32 миллиард һумға баһалана. Был хаҡтың 30 миллиарды төбәк ҡаҙнаһынан, ҡалғаны - бағыусылар өлөшө йәки бдюжеттан тыш финанслау. “Башҡортостан республикаһының 100 йыллығына - 100 объект” исемлегендә - бөтәһе 102 объект. Унда мәғариф учреждениелары, дауаханалар, мәҙәниәт йорттары, спорт-һауыҡтырыу комплекстары.
Төҙөлөш эштәре социаль әһәмиәткә эйә, эштәрҙе 2019 йылға тамамлау планлаштырыла. Исемлек буйынса алғанда, объекттарҙың иң күбеһе мәғариф системаһына ҡарай, бөтәһе - 41, физик культура йүнәлешендә -19, мәҙәниәт - 14, һаулыҡ һаҡлау йүнәлешендә - 11 объект, шулай уҡ коммуналь хужалыҡ һәм торлаҡ тармағында ла эштәр башҡарыласаҡ.
Республикала ҡарабойҙай культураһы уңышын йыйыу тамамланыу алдында. Бөгөнгә ул 124,4 мең гектарҙа тупланған, планға ҡарата 98 процент.
Мәләүез районы аграрийҙары бөгөнгә 5 мең тоннанан ашыу ҡарабойҙай культураһы йыйған.
Мәскәүҙә 19-сы тапҡыр “Алтын көҙ-2017” агросәнәғәт күргәҙмәһе уҙҙы. Йылдағыса унда Башҡортостан Республикаһы вәкилдәре лә ҡатнашты. Беҙҙең стенд янында юғары кимәлдә төрлө һөйләшеүҙәр уҙып, эшлекле контракттар төҙөлгән. Теләктәшлек һәм артабан эшләүгә 7 килешеү төҙөлгән: һөтсөлөк тармағын үҫтереү, ауыл хужалығы продкуцияһын эшкәртеү, малсылыҡта генетика өлкәһен камиллаштырыу, балалар туҡланыуы һәм сыр етештереү, ябыҡ грунтта йәшелсә үҫтереү, сикләнгән аҙыҡ-түлек баҙарын үҫтереү өсөн шарттар булдырыу, донъя стандарттарына яуап бирерҙәй бал продукцияһы сифатын билдәләү буйынса лаборатория асыу һәм башҡалар.
Был сарала Мәләүез районынан һөт-консерва комбинаты йәмғиәте үҙендә етештерлгән сыр продукцияһы менән ҡатнашты.
Мониторингта республика - алдынғы урында
Рәсәй Президенты Владимир Путин Воронежда ауыл хужалығын үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшмәлә илдең тотош агросәнәғәт комплексын үҫтереү динамикаһы, шул иҫәптән бөртөклө культураларҙың иң юғары уңышы, малсылыҡ продукцияһын етештереү мәсьәләһен тикшерҙе. Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры Александр Ткачев сығыш яһаны.
Көн тәртибенә сығарылған һорауҙар араһында ул электрон ветеринария сертификацияһын индереүгә айырыуса иғтибар бүлде. Был-сифатлы продукция етештереү өсөн мөһим дәртләндереү сараһы буласаҡ. Ошо йүнәлештәге эш буйынса алдынғы төбәктәрҙе һанап, беҙҙең республиканы ла атаны.
“Электрон ветеринария сертификацияһына күсеү фальсификатты кәметәсәк, продукцияның реэкспортын бөтөрәсәк, шулай уҡ “һоро” импорт һәм санкциялы продукцияны индереү менән көрәшергә ярҙам итәсәк, - тине ул. - Ауыл хужалығы министрлығы тарафынан оператив штаб булдырылды һәм бөгөн әүҙем эш башланған. Уның бурысы - баҙарҙа ҡатнашыусыларға электрон төрҙә ветеринария оҙатыу документтарын рәсмиләштереүҙә ярҙам итеү”.
Ысынлап та, мониторинг ыңғай динамика күрһәтә, августа электрон ветеринария сертификаттарын рәсмиләштереүселәрҙең һаны һигеҙ миллионлап булһа, сентябрҙә улар туғыҙ миллион тәшкил итә. Айырыусы был йүнәлештә Волга буйы, Себер, Урал аръяғында эш яҡшы ҡуйылған, иң алдынғыларҙан - Силәбе, Кубань, Башҡортостан, Татарстан, Новосибирск билдәләнде.
Район-ҡала ветеринария станцияһы белгестәре ауыл хужалығы предприятиелары менән бешмә ауырыуына юл ҡуймау маҡсатында аңлатыу һәм профилактика эштәре алып бара. Туймазы, Бүздәк райондарында ауырыу сығанағын туҡтатыу маҡсатында башҡарылған эштәр үҙ һөҙөмтәһен бирә.