Яңылыҡтар
24 Октября 2017, 06:46

Һөйәгегеҙҙе һаҡлағыҙ!

“Остеопороз тураһында 50-нән үткәндәр нимә белергә тейеш һәм уны нисек иҫкәртергә мөмкин?”

Гөлсөм Кәримова.
Һорауға яуапты үҙәк район дауаханаһы өлкәндәр поликлиникаһы мөдире Татьяна Холостова яуап бирә:
- Остеопороз - һөйәк туҡымаһы боҙолоуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән сир. Йоғошло булмаған ауырыуҙар араһында йөрәк-ҡан тамырҙары, яман шеш һәм шәкәр диабетынан һуң дүртенсе урын биләй. Хәүеф факторҙарына тәмәке тартыу, спиртлы эсемлек эсеү, аҙ хәрәкәт итеү, кальций һәм Д витамины етмәү инә. Рәсәйҙә остеопороз менән 50 йәштән үткән һәр өсөнсө ҡатын-ҡыҙ һәм һәр дүртенсе ир-егет ауырый. Дөйөм алғанда хәүеф төркөмөнә ил халҡының 24 проценты (34 миллион) ҡарай.
Сир үҫеше үҙен һиҙҙермәй, әммә кеше уның менән ауырығанын түбәндәге билдәләргә ҡарап белә ала:
-буйҙың кәмеүе, йәғни бәләкәсләнеп ҡалыу;
-кәүҙә торошо үҙгәреү;
-бөкөрөлөк;
-табан һөйәге йәмшәйеүе;
-янбаш һөйәге һыҙлауы;
-умыртҡа һөйәге ауыртыуы, аяҡты ҡорошҡаҡ тотоуы;
-аяҡ-ҡулдың йыш һыныуы.
Әгәр ҙә ошо билдәләрҙе үҙегеҙҙә тойһағыҙ, врачҡа мөрәжәғәт итегеҙ.
Хәүефле сиргә юлыҡмаҫ өсөн йәштән сәләмәт тормош алып барығыҙ. Рационығыҙға күберәк һөт аҙыҡтары, бауыр, сыр, балыҡ, йомортҡа индерегеҙ. Кальций Д витаминынан тыш үҙләштерелмәй. Шуға күрә диңгеҙ продукттары, тунец, сардина, тауыҡ итенә өҫтөнлөк бирегеҙ. Һөйәктең ҡартайыуын шулай уҡ спорт менән шөғөлләнеү, ҡояшта йөрөү иҫкәртә.
Читайте нас