Көнгәк
+11 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
31 Октября 2017, 09:23

Тынғыһыҙ һәм яуаплы хеҙмәт

Быйыл Рәсәй федераль суд приставтары хеҙмәтенә 152 йыл тула Суд приставтары көнө Рәсәй Федерацияһы Президенты Указы менән 2009 йылдан башлап үткәрелә. Ошо иҫтәлекле факт - ул суд приставтарының ҡаҙаныштарын таныу һәм дөйөм алғанда Федераль хеҙмәттең юғары статусын билдәләү.

Федераль суд приставтарының Башҡортостан буйынса идаралығы Мәләүез район-ара бүлеге ҡанундарҙың үтәлешен даими күҙәтә. Бүлек начальнигы Азат Әхмәтдинов етәкселегендә коллектив һәр суд ҡарарын ғәмәлгә ашырыу маҡсатында ентекле эшләй.

Азат Марат улы, быуат ярым эсендә үҙенең тарихы һалынған, ғөрөф-ғәҙәттәре һәм үҙенең геройҙары барлыҡҡа килгән, ә бөгөн суд приставтары ниндәй бурыстар үтәй?

Әлеге көндә суд приставтары хеҙмәте - башҡарма властың иң әһәмиәтле һәм йоғонтоло органдарының береһе, суд эшмәкәрлегендә билдәләнгән тәртипте, енәйәт тураһындағы ҡануниәтте күҙәтеү, суд акттарын мәжбүри үтәтеү - төп бурыстар. Алимент, эш хаҡын ваҡытында түләтеү, суд ҡарары буйынса балаларҙы һәм закондан ситләшкән кешеләрҙе эҙләү, законһыҙ рәүештә йәшәгән һәм эшләгән сит ил халҡын илдән оҙатыу, ғөмүмән, суд ҡарарҙарының үтәлешен тәьмин итеү - былар барыһы ла дәүләт һәм граждандар хәүефһеҙлеге өсөн мөһим.

Бөгөнгә 18031 суд ҡарарына башҡарма документ ҡарала. 2311 дәғүәсе талабы тулыһынса ҡәнәғәтләндерелгән, 162 миллион һум түләтелгән. Бюджетты тулыландырыу буйынса ҙур эш башҡарыла, быйыл туғыҙ айҙа бүлек тарафынан ҡаҙнаға 23 миллиондан ашыу аҡса күсерелгән, 3 миллионы халыҡтан йыйылған. Ошо арауыҡта 1358 эшсегә 51 миллион күләмендә тотҡарланған эш хаҡы түләнгән. Шулай уҡ 1183 башҡарма эш алимент буйынса, шуларҙың 684 түләтелгән. Бурысы булған 800 гражданға Рәсәй Федерацияһынан ситкә сығыу тыйылған, шуларҙың 400-ө - алимент түләүҙән баш тартыусылар.

- Был яуаплы бурыстарҙы үтәп сығыу өсөн көслө коллектив булырға тейештер?

Коллектив тупланған, белемле, һөнәри оҫталар эшләй. Әлеге ваҡытта бүлектә - утыҙ ете кеше, ғөмүмән, эшлекле, инициативалы, әхлаҡлы һәм тотанаҡлы һөнәрмәндәр йыйылған. Һөҙөмтәгә өлгәшеү өсөн ҡануниәтте белеү генә етмәй, һөнәрилек менән бергә оҫта психолог та булырға тура килә. Юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит, закон көсө уны башҡарыуҙа тип, беҙ ҡануниәткә нигеҙләнеп төҙөлгән йәмғиәттә йәшәйбеҙ. Закондың үтәлешен бүлектә биш төркөм тәьмин итә: юридик ойошмаларҙың, айырым граждандарҙың, электрон бурыс йыйыу, алимент һәм енәйәт штрафтар түләтеү.


- Суд приставтары бурыслы кешенең ниндәй килеменә арест һала ала?

-Граждандың иҫәптәге аҡсаһы, эш хаҡын һәм башҡа булған килемен тартып алына. Федераль законға ярашлы, бурыслы кешенең мөлкәте лә тартып алына.

- Ә тартып алынған мөлкәт кире ҡайтарыламы?

Арест һалынғас, ҡануниәткә ярашлы билдәләнгән ваҡытта мөлкәт аукционға йүнәлтелә. Әгәр һатылмаһа, мөлкәт хакы үҙенең хаҡы 25 процентка кәметелеп дәғүәсегә тәҡдим ителә. Әгәр ул баш тартһа, был мөлкәттән, мөлкәт бурыслы кешегә кайтарыла.

- Һәр саҡ һөҙөмтәгә өлгәшәһегеҙме?

Тырышабыҙ, әммә бик оҙаҡҡа һуҙылған эштәр ҙә бар. Ҡайһы ваҡыт граждандың килеме лә, мөлкәте лә булмай. Бындай осраҡта Федераль ҡануниәткә ярашлы комплекслы саралар ҡулланыла. Улар ыңғай һөҙөмтә бирмәһә, башҡарма эш туҡтатылыуы ихтимал. Һуңынан бурыслының килеме йәки мөлкәте барлыҡҡа килеүе билдәле булһа, суд приставтары башҡарма эште алты ай эсендә ҡабат ҡуҙғатырға хоҡуҡлы.

- Байрам айҡанлы хеҙмәттәштәрегеҙгә ниндәй теләктәрегеҙ бар?

- Барыһына ла намыҫлы хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдергем килә, һәм хеҙмәттәштәремә ныҡлы һаулыҡ, бәхет, ғаилә именлеге, түҙемлек һәм тағы ла бер тапҡыр түҙемлек теләр инем.

- Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Еңел булмаған мөһим эшегеҙҙә уңыштар һәм яңы үрҙәр теләйбеҙ.


Блиц- интервью

Сергей Елисеев, бүлек етәксеһе урынбаҫары – өлкән суд приставы урынбаҫары:

Был өлкәлә дүрт эшләйем. Һәр ваҡыт дәүләт структураһында эшләү теләге булды. Шуға күрә Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетына уҡырға индем. Уҡып бөткәс, суд приставы булыу теләге уянды. Суд приставтары хеҙмәте айырым граждандарҙың һәм юридик ойошмаларҙың да мәнфәғәтен яҡлай. Шуға күрә ошо һөнәрҙе һайланым. Бер ҙә үкенмәйем.

Мин эште ойоштороу, уны күҙәтеү һәм суд ҡарарының үтәлешен контроль аҫтына алыу менән шөғөлләнәм. Һәр эш көнөм үткән көндө анализлауҙан, ә киләһе көндө планлаштырыуҙан башлана.

Беҙҙең эштә даими һөнәри камиллашыу, һөҙөмтәгә өлгәшеү өсөн түҙемлек, ныҡышмалылыҡ кәрәк. Беҙҙең эштә тик үҙ эшен ысынтылап яратҡан кеше генә эшләй ала. Шуға күрә үҙ эшенең оҫтаһы булыу мотлаҡ. Киләсәгебеҙҙең яҡты булыуына ышанам.

Лилиә Килдебаева, суд приставы башҡарыусыһы, 1 класс юрисы

Беҙҙең хеҙмәт дәүләт мәнфәғәтен күҙәтә. Мин үҙем бик аралашыусан кеше, һәм кешеләр менән эшләү оҡшай. Шуға күрә эш ауыр булһа ла, минең өсөн ул ҡыҙыҡлы. Халыҡ мөрәжәғәттәре менән эшләйем, ябай кешегә ҡануниәт нигеҙҙәрен аңлатырға, уларҙың үтенесен ҡәнәғәтләндерергә тырышам. Уңайҙан файҙаланып, хеҙмәттәштәремә уңыш һәм үҫеш теләйем.


Читайте нас