Көнгәк
+29 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
13 Ноября 2017, 09:11

Мираҫ – донъя мәҙәниәтенең өлөшө

Мәҙәниәт бар икән, тимәк, халыҡ та йәшәй. «Мираҫ» ансамбле ҡуйған төпмаҡсат ошо.

Башҡортостан сәнғәте көмбәҙендә ата-бабаларҙан ҡалған рухи байлыҡты һаҡлап, киләсәк быуынға тапшырған, республика мәҙәниәтен сит илдәрҙә танытҡан коллектив - йондоҙло юлда. Осҡон уйнатып бейегән аҫыл егеттәр, аҡҡоштарға тиң зифа буйлы һылыу ҡыҙҙар... Күҙ ҡамашырлыҡ сәхнәлә - сағыу кейемдәр балҡышында сығыш яһаусы «Мираҫ» фольклор ансамбле.
Байрас Ишберҙин етәкселегендәге ансамблдең солискаһы Венера Юлгилдина менән әңгәмәбеҙ ошо хаҡта.
- “Мираҫ” ансамбле тураһында һөйләп үтһәгеҙ ине. Ниндәй йүнәлештә эшләй?
- Баш ҡаланың фольклор ансамбле «Мираҫ» 1992 йылда барлыҡҡа килгән. 2006 йылда яңы һулыш алған коллективҡа «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле исеме бирелә. 2007 йылда вокаль, хор һәм уйын ҡоралдары оркестры, хореографияны бергә туплай һәм күп яҡлы ижади коллективҡа әүерелә. Мин үҙем дә шул йылда бында эшләй башланым. 2009 йыл “Мираҫ”ҡа популяр фольклор коллективы “Забава” урыҫ халыҡ инструменттары ансамбле ҡушыла.
Ижади коллективтың репертуары йылдан-йыл камиллаша бара. Әлеге көндә 70-тән ашыу номер иҫәпләнә. Милли сәнғәт өлгөләрен һаҡлау, уның ни тиклем бай үҙенсәлекле булыуын раҫлау - коллективтың төп йүнәлеше.

- Коллективтың репертуары хаҡында нимә әйтерһегеҙ?
- "Мираҫ" ансамбленең бер юлы йыры ла, бейеүе лә, оркестры ла бар, шуға уны тамашасы үҙ итә. Һәр сығыш - үҙе бер театр тамашаһы. Хорҙың да һөнәри кимәле юғары, тип иҫәпләйем. Төрлө халыҡтар телендә йыр, бейеү композицияларын туплаған коллектив Башҡортостаныбыҙ күп милләтле ил булыуын күрһәтә. “Тирмәмдә”, “Йыуаса”, “Илкәйем” хор-вокал композицияһын тамашасы һоҡланып ҡарай. Ансамбль солистары республика, бөтә Рәсәй, Халыҡ-ара лауреаттары, Маҡтаулы исем һәм нагарадаларға лайыҡ Салауат Мөхәмәтйәров, Илшат Шәйхуллин һәм башҡа артистар ҡатнаша. Беҙ тыңлаусыларға халҡыбыҙҙың оҙон көйҙәрен, эстрада йырҙарын башҡарабыҙ. Минең репертуарымда башҡорт, төрөк, мари, татар, йәһүд йырҙары бар. Мәләүез шағирәһе Мәрйәм Күсмәева шиғырына Флүрә Үҙәнбаева көйөнә ижад ителгән “Оҫта баҫаһың”, Хәлиҙә Шәйәхмәтованың “Сәстәр сәскә бәйләнә” йырҙарын тамашасы яратыр, тип уйлайым. Беҙҙең концерттарҙа һәр саҡ зал тулы була. Ансамбль исеменә тап төшөрмәй, халҡыбыҙҙың рухи мираҫын түкмәй-сәсмәй тамашасыға еткерергә тырыша.
- Ансамблдең уңыштары, ҡаҙаныштары ниндәй?
- «Мираҫ»тар ниндәй генә ҡитға сәхнәләрен яуламаған! Уларға Төркиә, Франция, Италия, Швейцария, Болгария һәм башҡа ил тамашасылары алҡышлаған. Йыл һайын бөтә донъя фестивалдәрендә ҡатнашабыҙ. Былтыр Англияла, ә быйыл Венгрияла булдыҡ. “Мираҫ” - ул Рәсәйҙең дә йөҙөк ҡашы. Рәсәйҙең данын бөтә донъя кимәленә күтәрҙе.
Ошондай ҙур коллективты алып барыу еңел түгел, фольклор композицияларҙың тамашасыға онотолмаҫлыҡ минуттар бүләк итһен өсөн , бик ҙур тырышлыҡ һалына. Шуларҙың береһе Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, ансамблең художество етәксеһе Нәфирә Иҡсанова. “Мираҫ” баш ҡалаһының мәҙәни иҫтәлекле ҡиәфәте, байрам һәм тантаналы саралар биҙәге булып тора, сөнки ул ҡала һәм республика, Рәсәй һәм Халыҡ-ара кимәлендә үҫешкән фольклор ансамбль. Быны күрергә кәрәк һәм тамашасыны көтөп ҡалабыҙ.
Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Һеҙгә тағы ла ижади уңыштар теләйбеҙ!
Читайте нас