Яңылыҡтар
13 Ноября 2017, 11:14

Шундай һөнәр бар - Тыуған илде һаҡлау!

Ҡаланың 4-се мәктәбендә хәрби-илһөйәрлек акцияһы сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы хәрби комиссары, генерал-майор Игорь Харченко етәкселегендә үткән Ҡыйыулыҡ дәресе шулай тип аталды.

Ватанға, тормошҡа һәм, әлбиттә, ҡатын-ҡыҙға ҡарата саф һөйөү һәм тоғролоҡ тураһындағы иң билдәле фильмдарҙың береһе “Офицерҙар”ҙа яңғыраған был фразаны бөгөн дә ишетергә мөмкин, сөнки илһөйәрлек темаһы бер ҡасан да актуаллеген юғалтмай.
Донъяла барған сәйәси үҙгәрештәр йәш быуынға хәрби ватансылыҡ тәрбиәһе биреү системаһының тотороҡло һәм эҙмә-эҙлекле эшен талап итә. Шуға бәйле илдә балаларға, йәштәргә ошо йүнәлештә тәрбиә эшен тергеҙеү буйынса саралар ҡабул ителә. Республика акцияһы шул маҡсаттан сығып ойошторолдо.
Ҡыйыулыҡ дәресендә Мәләүез ҡалаһы, Мәләүез, Федоровка райондары хәрби комиссариаты етәксеһе Рөстәм Ҡантимеров, мәғариф идаралығы начальнигы Алик Сатлыҡов, район Хакимиәтенең йәштәр секторы мөдире Ринат Ғибәҙуллин, мәктәп директоры Юрий Зайцев ҡатнашты. Дәресте республиканың хәрби комиссары алып барҙы һәм, тәү сиратта, уҡыусыларға үҙенең нисек хәрби юлдан китеүе тураһында сығыш яһаны.
Игорь Михайлович сығышы менән бөгөнгө Луганск өлкәһенән. Взвод командирынан Себер хәрби округы ҡоралланыу идаралығы начальнигы урынбаҫарына тиклем хәрби юл үткән. Республиканың хәрби комиссариатын 2016 йылдан етәкләй.
-Бөгөн Рәсәй бик ҙур минералдар запасы һәм энергия сығанағына эйә. Иң ҙур урмандар ҙа беҙҙә, эсәр һыуыбыҙ таҙа. Газ, күмер һәм нефть буйынса донъяла лидерҙар иҫәбендә. Тап шуның өсөн беҙҙең ил - ресурстар артынан ҡыуалаусылар өсөн иң “татлы киҫәк”. Тыуған илебеҙҙе киләсәк быуынға бөгөн нисек бар, шулай һаҡлау һәм тапшырыу һеҙгә, һеҙҙең белемегеҙгә, физик әҙерлегегеҙгә, нисек Ватаныбыҙҙы яратыуығыҙға бәйле. Шуға күрә үҙегеҙҙе Ватан һаҡсыһы булырға бөгөндән әҙерләгеҙ, - тип мөрәжәғәт итте уҡыусыларға Игорь Михайлович. - Бөгөн Рәсәй -хәрби йәһәттән бик көслө ил. Һуңғы йылдарҙа ҡеүәтле армия булдырыуға өлгәштек. Ҡоро ер ғәскәрҙәре, сәпкә, алыҫ арауыҡҡа иҫәпләнгән ракеталар ғына ни тора! Ил етәкселеге, иҡтисади көрсөккә ҡарамаҫтан, армияны инвестициялауҙы дауам итә.
Ҡораллы көстәрҙе үҫтереү һәм оборона-сәнәғәт комплексын яңыртыу тураһында белемен уҡыусылар һуңғы биш йылда сығарылған хәрби техника тураһында видеофильм ҡарап нығытты.
Мәләүез ҡалаһы, Мәләүез, Федоровка райондары хәрби комиссариаты етәксеһе Рөстәм Ҡантимеров, мәғариф идаралығы начальнигы Алик Сатлыҡов ысын илһөйәрҙең, Ватан һаҡсыһының ниндәй сифаттарға эйә булырға тейешлеге тураһында сығышы ла үҫмерҙәр өсөн бик фәһемле булды.
8-се класс уҡыусыһы Евгения Лукичева Ҡыйыулыҡ дәресен ҡыҙыҡлы һәм йөкмәткеле ойошторғаны өсөн сығыш яһаусыларға мәктәп уҡыусылары һәм педагогия коллективы исеменән рәхмәт белдерҙе.
Һүрәттәрҙә: Республика хәрби комиссары Игорь Харченко йәш быуын араһында ҙур илһөйәрлек эше алып барған хәрби комиссар Рөстәм Ҡантимеровҡа һәм кадет корпусы етәксеһе Владислав Гнездиловҡа иҫтәлекле бүләк тапшыра.
4-се мәктәптең кадеттары корпустың байрағы менән.
Автор фотолары.
Читайте нас