13 ноябрҙән был йүнәлештә эшләгән республика ведомствоһы һәм министрлыҡтарында “Ҡыҙыу бәйләнеш” линияһы эшләй башлай. Ҡайҙа, кем үлем менән һатыу иткәнен белгән граждандарҙан наркотиктарҙың ҡайҙа һаҡланғаны наркомандар йыйылған урын тураһында тәүлек әйләнәһенә шылтыратыуҙар ҡабул ителә.
Акцияның маҡсаты - наркотиктарҙың законһыҙ әйләнеше факттары тураһында оператив мәғлүмәт алыу өсөн тәғәйенләнгән телефон линиялары эшен ойоштороу юлы менән республика биләмәһендә наркоманияның һәм наркотиктарға бәйле енәйәттәрҙең таралыуына ҡаршы тороу буйынса сараларға йәмәғәтселекте йәлеп итеү.
Һеҙҙең тарафтан һәр шылтыратыу мөһим, наркотик ҡулланыусы һәм таратыусыларға ҡаршы көрәштә был бик мөһим.
Республика Наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу идаралығы белгестәренә әйтер һүҙегеҙ, мәғлүмәтте урындағы полиция бүлегенә шылтыратып та еткерә алаһығыҙ. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығында 8 (347) 279 - 32 - 92 телефоны тәүлек әйләнәһенә эшләй. Республиканың һәр гражданы наркотиктар һатыу, уны таратыусылар тураһында мәғлүмәт биреүҙән тыш, уны профилактикалау буйынса ла консультация ярҙамы, һорау бирә ала.
Мәғлүмәт мотлаҡ тикшереләсәк, шылтыратыу иғтибарҙан ситтә ҡалмаясаҡ, фашламау гарантиялана.
Акцияны ойоштороусылар граждандарҙың әүҙем социаль позиция һайлауына ышана. Замана афәтенә бергәләп кәртә ҡуяйыҡ!
БР буйынса Эске Эштәр министрлығының Наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу идаралығы.