Төрлө күргәҙмә, конкурста ҡатнашып, бихисап сертификат, диплом, миҙалғ яулаған компания “Башҡортостан продукты”, “Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары“ билдәһе дипломанты, ә күптән түгел генә Ҡаҙағстанда уҙған Халыҡ-ара хәләл күргәҙмәлә талҡан сифаты өсөн алтын миҙалға лайыҡ булған. Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙең төрлө төбәктәре сауҙа селтәрҙәрендә лә таралған “тере аҙыҡ”ты Азия илдәре күргәҙмәләрендә лә күрергә була. Мәләүез талҡаны Япония, Ҡытай партнерҙарында ла ҡыҙыҡһыныу уятҡан.
Күптән түгел “Аҡ тирмән” компанияһы
директоры Рима Күлбаева Ғәрәбстан Әмирлектәрендә эш сәфәрендә Шарджа ҡалаһы Сауҙа-сәнәғәт палатаһы советнигы Дмасим Иса Халед менән осрашты, хеҙмәттәшлек итергә һүҙ ҡуйышты.
- Беҙҙе донъяла талап ителгән сифатлы хәләл ризыҡ ҡыҙыҡһындыра, - тине советник. Башҡортостан менән беҙ мәҙәниәт, дини планда оҡшаш һәм ниһайәт, бизнеста, туризмда, мәғарифта мөнәсәбәтте көйләргә ваҡыт етте.
Был ғәжәйеп аҙыҡ шыттырылған бойҙай, арыш, һоло, арпа, ҡара бойҙайҙан әҙерләнә. Шифалы орлоҡ өс тапҡыр таҙартылып, лаборатория контролендә шыттырыла. Ул сәләмәт туҡланыу яҡлы булғандарға, балаларға, спортсыларға, бөтә йәштәгеләргә лә килешә.
Талҡан” “тере аҙыҡ” категорияһына ҡарай, дауалау көсөнә эйә, витаминдарға, микроэлементтарға бай. Коллективта 10 кеше эшләй, директоры Рима Сәйфетдин ҡыҙы һөйләүенсә бөгөн бында реконструкция бара, халыҡ-ара кимәлгә сығыр өсөн яңы линейка эшкәртелгән. Шыттырылған бойҙайға имбирь, топинамбур, стевия, диңгеҙ ылымығы ҡушылған яңы продукция аҙыҡ эшкәртеүгә, эндокрин системаһы эшмәкәрлеген нормалләштереүгә, шлак, токсиндарҙан таҙартып, эсәк микрофлораһын тергеҙеүгә комплекслы йоғонто яһауға йүнәлтелгән.
- Сеймалдағына ҡарағанда шытҡылар витаминдарға байыраҡ. Шыттырылған бойҙайҙа мәҫәлән, В6 витамины 25 тапҡырға күберәк, - ти Рима Күлбаева. - Файҙалы үләндәр (ҡамыр ағасы, гөлйемеш ) ҡушылған продукция сығарыла башланы лда инде.
“Аҡ тирмән” компанияһы талҡанын һәм уның нигеҙендә етештерелгән аҙыҡты эре сауҙа селтәрҙәрендә һәм аптекала табырға була. Файҙалы үләндәр ҡушылған продукция “Айсберг” магазиндарында һатыла. Бынан тыш, йәмғиәт шулай уҡ майҙар, һығынтылар, үлән йыйылмалары, һәм экологик саф, тәбиғи составлы башҡа аҙыҡ тупланған махсус сәләмәтлек магазины асырға ниәтләй.
“Аҡ тирмән” компанияһы ҡалала ойошторолған бер байрамдан да ситтә ҡалмай, ярҙамын тәҡдим итә, йә булмаһа үҙ продукцияһын йомарт өләшә.
Һүрәттә: шыттырылған сеймалды эшкәртеү алдынан генераль директор Заһир Күлбаев һәм аппаратсы Роман Степанкин тикшерә.