Көнгәк
+29 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
15 Ноября 2017, 10:52

Берҙәмлек һәм татыулыҡ - ябай һүҙҙәр генә түгел

Конфессия-ара мөнәсәбәт илебеҙҙә ыңғай баһалана, әммә радикализм, экстремизм, терроризм күренештәренә юл ҡуймаҫ өсөн уяулыҡ мөһим

К. Разумовский исемендәге Мәскәү дәүләт технологиялар һәм идаралыҡ университеты филиалы - Башҡортостан технологиялар һәм ида­ра итеү институтында конфессия-ара мөнәсәбәт һәм дини берләшмәләр менән үҙ-ара эшмәкәрлеккә арналған комиссия ултырышы уҙҙы. Районда был йүнәлештә комиссия ойоштороу, уның составын һайлауға арналған ”Түңәрәк өҫтәл”де район Хакимиәтенең социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Геннадий Шлычков милләт-ара мөнәсәбәттәр темаһына арналған мәғлүмәт менән асты.
Районда халыҡтар дуҫлығы, милләттәрҙең бер-береһенә ихтирамлы мөнәсәбәте элек-электән килә. Иман йорттары, сиркәүҙәр һаны арта, дини ойошмалар эшләй. Милләт-ара, шулай уҡ конфессия-ара мөнәсәбәттәр проблемаһы бөгөн - көнүҙәк. Республикала, шулай уҡ тотош илдә дин сәйәсиләштерелгән. Ул иҡтисад, халыҡтарҙың рухи үҫеше кеүек башҡа мөһим проблемаларға бәйле.
Этник һәм конфессиональ-ара мөнәсәбәттәргә арналған Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияла алған тәьҫораттары менән район Хакимиәтенең муниципаль контроль бүлеге начальнигы Илмир Заһиҙуллин таныштырҙы. Республикала 6 телдә киң мәғлүмәт саралары донъя күрә, славян мәҙәниәте көндәре, “Шәжәрә байрамы”, халыҡ-ара “Берҙәмлек” фестивале, башҡорт, урыҫ, татар, удмурт йырҙарын башҡарыусылар төбәк-ара конкурстары, “Аксаков уҡыуҙары” ,”Наурыз”, “Пурим” байрамдары һәм башҡа саралар - халыҡ-ара татыулыҡҡа дәлил. Мәғариф идаралығы начальнигы Алик Сатлыков милли телдәрҙе уҡытыу мәсьәләләре буйынса башҡарылған йүнәлешле эштәргә туҡталды. “Бала тәрбиәне беренсе сиратта ғаиләлә алырға бурыслы, үҙ телендә һөйләшеү һәм аралашыу мөмкинлегенән уны мәхрүм итергә ярамай”, - тине.
Халыҡты рухи юҫыҡтатәрбиәләүҙә мәсет, сиркәү вәкилдәренең роле ҙур. Милләт-ара татыулыҡҡа дин кәртә булыуы мөмкин түгеллеге, ил берҙәмлеге халыҡтар дуҫлығында сағылыш табыуы тураһында һөйләне дин әһелдәре. Миграция ағымы, йәмғиәт хәүефһеҙлеге, экстремизмға ҡаршы алып барылған эш, студенттар араһында уға ҡаршы көрәш ниндәй юҫыҡта ойошторолған - был турала ла әүҙем әңгәмә ойошторолдо.
Студенттар яуаплы орган вәкилдәренә үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙар бирҙе. “Түңәрәк өҫтәл” дә районға эш сәфәре менән килгән БР Хәрби комиссары Игорь Харченко сығышында үҙҙәрен Тыуған ил алдында хеҙмәткә әҙерләгән ир-егеттәр араһында илһөйәрлек тәрбиәләүҙә йүнәлешле эш алып барыу мөһимлеге, радикаль ағым йоғонтоһона бирешмәҫкә, уяу булыуға саҡырҙы.
Республикала милләт-ара мәсьәлә буйынса бер ҡасан да ыҙғыш сыҡҡаны юҡ. Ул республика халҡының милләт-ара мәсьәләләргә һәр ваҡыт һиҙгер, сабыр булыуына, киң күңеллелегенә бәйле.
Саранан һуң оҙаҡ таралышмай, көнүҙәк мәсьәләләр буйынса фекер алышыу, тәжрибә уртаҡлашыу дауам итте.
Беҙҙең көс - берҙәмлектә һәм татыулыҡта, сарала ҡатнашыусылар был һүҙҙәрҙең ябай һүҙҙәр генә түгел икәнлегенә тағы бер тапҡыр инанды.
Читайте нас