Көнгәк
+15 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
15 Ноября 2017, 11:17

Иң ҙур атлы статуя - Өфөлә

Ағиҙел йылғаһы ярында күҙ күреме етмәҫ алыҫлыҡҡа төбәлеп, атын хәрби әҙерлектә тотҡан һын яуға түгел, тыныслыҡ яҡлаусы образ булып мәңгеләштерелгән.

Республика тарихында был ҙур ваҡиға. Башҡорт халҡы ғорурлығы - Салауат Юлаев һәйкәлен Рәсәйҙә генә түгел, ер шарының бөтә нөктәләрендә лә яҡшы беләләр.
1773-1775 йылдарҙа Башҡортостанда киң ҡолас алған Крәҫтиәндәр һуғышы, урыҫ, башҡорт һәм башҡа халыҡтарҙың батша иҙеүенә ҡаршы берлектәге көрәше тарихта тәрән эҙ ҡалдырған. Батша хөкүмәте ихтилал, уның күренекле юлбашсылары, ҡатнашыусыларҙың батырлыҡтарын халыҡ хәтеренән юйыу өсөн барыһын да эшләй. Уларҙы яндыралар, аҫалар, телен киҫәләр, ғаиләләрен генә түгел, ауылдары менән юҡ итәләр.
Һыбайлы Салауат - халҡымдың илһөйәрлеген, батырлығын, баш бирмәҫ, азатлыҡ яратыуын дөйөмләштерә. 1967 йылдың 17 ноябрендә Өфө ҡалаһының иң бейек нөктәһендә, Ағиҙел йылғаһы буйындағы ҡаяла, мөһабәт монумент асыла. Унда алыҫ райондарҙан бик күп халыҡ йыйыла. Асыу тантанаһы төрлө саралар менән үрелеп бара.
Һәйкәлде билдәле совет скульптуры, Төньяҡ Осетия АССР-ның халыҡ рәссамы, Башҡортостан АССР-ның халыҡ рәссамы Сосланбек Тавасиев һәм БАССР-ҙың халыҡ рәссамы Исмәғил Ғәйнетдинов яһаған.

Һәйкәл бронзаланған суйындан Ленинградта “Монумент-скульптура” заводында ҡойолған. Бейеклеге 9,8 метр тәшкил итә. 10 метр бейеклектәге постаменты граниттан яһалған. Һәйкәл йыраҡтан уҡ күренеп, үҙенә йәлеп итеп тора. Был - илдә металдан ҡойолған иң ҙур атлы статуя. Уның ауырлығы 40 тонна тәшкил итә.

Һәйкәл беҙҙең республиканың символына әйләнгән. Уның һүрәте Башҡортостан Республикаһының гербында төшөрөлгән.
Үҫеп килгән быуын ни сәбәптәндер, бөгөн үҙ батырына түгел, ә сит ил кинофильмдарында кеше үлтереүсе, террорсы, кешелеккә ҡаршы насарлыҡ эшләгән, йәғни кире образды уйнаған геройҙарға оҡшарға, уларҙың ҡылығын ҡабатларға маташа. Кемдең бәләкәй балаһы сыбыртҡы менән атта һыбай елгән Салауат образын күрһәтә белә?! Шул сабыйҙың ҡулына уйынсыҡ мылтыҡ бир, шул тиклем оҫталыҡ менән уның көбәген һинең йөрәгеңә тоҫҡаясаҡ. Сөнки уларҙы атай- әсәһе түгел, телевизор, интернет тәрбиәләй.
Беҙҙең быуын өләсәйҙәре һөйләгән әкиәт, легендалар араһында мотлаҡ Салауат батырға арналғандары була торған ине. Мин милли батырыбыҙҙы тап бала саҡта тыңлаған ана шул ауыҙ-тел ижады буйынса күҙ алдына килтерә инем. Мәктәп уҡыусыларын уҡыуҙа яҡшы өлгәшкәндәре өсөн Өфөгә экскурсияға ошо һәйкәлгә алып киләләр, иҫтәлекә фотоға төшәләр ине. Бөгөн дә бар бындай сәйәхәт, тик Салауат һәйкәленә түгел, сит илгә.
Ғәййәр батырыбыҙ, халҡын иҙеүселәрҙән яҡлап яуға сапҡан Салауат тураһында мәғлүмәткә мәктәп программаһында урын күберәк бүленһен ине лә бит... Ҡайҙандыр цирк, артистар килһә, балалар баҡсаһы, мәктәп уҡыусылары ла мотлаҡ ҡарарға тейеш, тип барабыҙ. Ниңә Салауат тураһында кинофильм ҡарауҙы ҡала мәҙәниәт һарайында бергәләп ойоштормаҫҡа? Әммә беҙҙә уның шиғырҙарын яттан һөйләүҙән тыш, әлегә башҡа саралар уҙмай.
Читайте нас