Мәләүез районы Апас ауылында тыуып үҫкән. Аптраҡ урта мәктәбенең 9 класын тамамлағас, Салауат педагогия колледжында белем ала. Ситтән тороп Силәбе дәүләт педагогия университетын тамамлай. Яҙмыш елдәре уны 2003 йылда «Көнгәк» гәзите редакцияһына алып килә. Башҡорт телендә таҙа, матур һөйләшкән ҡыҙҙы артабан телевидениеға эшкә саҡыралар. Әлеге ваҡытта ул корреспондент, аҙнаһына ике тапҡыр сыҡҡан яңылыҡтар программаһын алып бара, шулай уҡ аҙна һайын шаршамбы көнө сыҡҡан «Хәйерле кис» тапшырыуы авторы. Телевидениела 11 йыл эшләү дәүерендә күп уңыштарға өлгәшә, ҡаҙаныштары бихисап. Ҡала ғына түгел республика кимәлендә үткәрелгән төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, алдынғы урындар биләй. Бик күп Маҡтау грамоталары менән бүләкләнә. 2012 йылдан алып Журналистар союзы ағзаһы. Төрлө йәмғиәти сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Урындағы башҡорт йәштәре ҡоролтайы, Берҙәм Рәсәй партияһы ағзаһы. «Миңә бигерәк тә ауыл хужалығы темаһы яҡын, репортаждарҙа сәсеү, ураҡ ваҡыттарын күрһәтергә яратам. Шулай уҡ татыу ғаиләләр тураһында күрһәтеү оҡшай,»- ти Фәймә Салауат ҡыҙы. Тормош иптәше Илдар Фнун улы уға бар яҡлап терәк тә, таяныс та. Улдары Илмир һәм Кәрим башҡорт балалар баҡсаһына йөрөйҙәр.
Бөтә ҡала һәм район халҡын башҡорт телендә яңылыҡтар, мәғлүмәт менән тәьмин иткән Фәймә Салауат ҡыҙына киләсәктә ижади уңыштар, яңы үрҙәр юлдаш булһын!