Көнгәк
+29 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
21 Ноября 2017, 07:46

Кәрәккәнен бушлай ал, кәрәкмәгәнен килтер!

“Дармарка” социаль акцияһы мәләүездәр өсөн яңылыҡ түгел. Райондың ҡатын-ҡыҙҙар советы һәм “Изгелекле кешеләр” хәйриә фонды Балалар-үҫмерҙәр ижад һарайында Әсәйҙәр көнө айҡанлы сираттағы мәрхәмәтлек йәрминкәһе ойошторҙо.

Тәғәйен ваҡыттан алда Ижад һарайы фойеһында өҫ һәм аяҡ кейеме, уйынсыҡ, китап, мәктәп кәрәк-яраҡтары теҙелгән рәттәр әҙер ине.
Сараның маҡсаты - үҙеңә кәрәкмәгән нәмәне бушлай бөтөнләй таныш түгел кешегә бүләк итеү. Ҡалала ул изге йолаға әүерелгән, бында ололар ғына түгел, балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре, мәктәп уҡыусылары ла ҙур теләк менән кемгәлер ысын мәғәнәһендә изгелек эшләү теләге менән килә.
“Фримаркет” (бушлай баҙар) оло ҡалаларҙа йыш ойошторола. Социаль акция сиктәрендә әленән-әле яңылыҡ,үҙгәрештәр индерергә тырышабыҙ. Әйбер менән алмашыу, бүләк итеү генә түгел, бәләкәстәрҙе һүрәт төшөрөү, асылмалар эшләү оҫталығына өйрәтеү, парикмахер хеҙмәте лә күрһәтелде.
ҺҮРӘТТӘ: йәрминкәнең девизы “кәрәкһә-ал, кәрәкмәгәнен алып кил” мәғәнәһенә тура килә.
Автор фотоһы.
Читайте нас