Көнгәк
+21 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
21 Ноября 2017, 07:39

“Төпкөл ауылға ярҙам” проекты

Иң яҡшылар рәтендә билдәләндеКүптәнтүгел Өфөлә социаль йүнәлештәге эшҡыуарҙар һәм коммерция булмаған ойошмаларҙыңреспублика форумы үтте.

Унда 300-ҙән ашыу кеше, шул иҫәптән Мәскәүҙән, Татарстандан һәм Пермь крайынан ҡунаҡтар ҡатнашты.
Башҡортостан Хөкүмәте, Йәмәғәт Палатаһы ярҙамында үткәрелгән сара республиканың ижтимағи өлкәһендәге иң яҡшы проекттарҙы күрһәтеү, был йүнәлештәге эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм предприятиеларҙы социаль бизнесҡа йәлеп итеү маҡсатында республикала өсөнсө тапҡыр ойошторола.
Форум сиктәрендә “2017 йылдың иң яҡшы социаль проекты” тип аталған республика конкурсында еңеүселәр, атап әйткәндә, һигеҙ номинацияла 20 социаль эшҡыуар бүләкләнде. Улар араһында “Социаль ярҙамға мохтаж кешеләрҙе хеҙмәтләндереү өлкәһендәге иң яҡшы проект” номинацияһында еңеүсе беҙҙең райондың Иршат Хисаметдинов етәкселегендәге “Гармония” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт тә бар. Мәләүездәр “Төпкөл ауылға ярҙам” проекты менән сығыш яһаны.
Читайте нас