Көнгәк
+28 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
27 Ноября 2017, 09:10

Башҡорт призына лайыҡ булған Рәсәй спортсылыры

Үткән аҙнала Экология йылына арналған “Толпар” ат-спорт комплексы Башҡортостандың һәм Рәсәйҙен спортсыларын ҡаршы алды. “Башҡортостан” милли паркы беренселегенә бәйге, уҙғарылды.

Ярышты ҡарарға килгәндәрҙе һәм ҡатнашыусыларҙы “Башҡортостан” милли паркы директор урынбаҫары Александр Кузнецов фото-һүрәттәр аша иҫ киткес матур тәбиғәт, йәнлектәр һәм ҡоштар менән таныштырып үтте.
- Фотолар Рәсәйҙең һөнәрмән фотографтары тарафынан Рәсәйҙең иң матур мөйөштәрендә төшөрөлгән. Бөтәһе 300 фотоһүрәт. Мәскәүҙә уҙғарылған конкурстарҙан һуң улар бөтә Рәсәйгә таралған, әлегә бында 20 һүрәт, - тип билдәләп үтте Александр Кузнецов.
"Башҡортостан" милли паркы - “Толпар” комплексы менән партнерҙар. Киләсәктә лә парк биләмәһендә ат туризмын үҫтерергә ниәтләнәләр. Ат спорт комплексының директоры Михаил Разаренов спортсыларҙың үҙ тәжрибәләрен артабан туризмда файҙалана алырына ышана.
Ярыштар ике көн буйы барҙы. Беренсе көндә конкурсанттар 90 сантиметр бейеклектәге ҡаршылыҡты үтте, икенсе көндә бер метр һәм бер метр 15 сантиметр бейеклегендә үтте. “Толпар” спортсылары яҡшы әҙерләнгәндәр һәм лайыҡлы сығыш яһанылар. Магнитогорск ҡалаһынан килгән дәғүәселәр ҙә яҡшы күрһәткескә өлгәштек булдылар.
Мәләүез ҡалаһынан Дарья Кузнецова ике йүнәлештәге ярышта беренсе урын яуланы, икенсе урында - Алексей Старцев, өсөнсөлә - Екатерина Наумкина. 1 метр 15 сантиметр конкурында беренсе урын - Екатерина Наумкинала, икенсе - Гөлназ Мәхмүтовала һәм өсөнсөнө Дарья Кузнецова алды.
Еңеүселәр ҡиммәтле приздар, Ырғыҙлы һәм Нөгөштәге ҡунаҡ йорттарына юлламалар, "Башҡортостан" милли паркына ат маршрут буйынса экскурсия, яңы техника аэроглиссерҙа “Күперле” шарлауығына туристик маршрут менән бүләкләнде.
Һүрәттә: Дарья Кузнецова(Мәләүез ҡалаһы), еңеүсе.
Гөлназ Мәхмүтова, икенсе урынға лайыҡ булды.
Автор фотолары.
Читайте нас