Көнгәк
-4 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
27 Ноября 2017, 10:00

Әсәйҙәргә яҡты йондоҙҙарҙан, йә ҡояштан һәйкәл ҡорорлоҡ

Заманалар йөҙ алмашынып, ҡанундар мең яңыртылғанда ла үҙ­гәрмәй торған ҡиммәттәр бар. Йә­шәйештең үҙе кеүек мәңгелек ул әсә мәхәбәте һәм һөйөүе Йылдағыса ҡала мәҙәниәт һарайында Әсәләр көнөнә арналған тантаналы сара үтте.

Уны район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов гүзәл заттарға арналған ҡотлау сығышы менән асты. Район-ҡалала 134 ҡатын-ҡыҙ Әсәлек даны” миҙалына лайыҡ. 6 меңдән ашыу күп балалы ғаиләгә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға Сертификат тапшырылған, 1200 ғаиләгә бушлай ер участкаһы бүленгән. Ҡатын-ҡыҙ мәрхәмәтлелеге юғары - район буйынса опека һәм попечителлек тәрбиәһенә алынған балалар һаны арта. Рөстәм Наил улы йыйылыусыларға БР Башлығы Рөстәм Хәмитов һәм Хөкүмәт етәкселеге ҡотлауын еткерҙе.
Бер төркөм ҡатын- ҡыҙҙар был көндө район Хакимиәте башлығы ҡулынан Маҡтау грамотаһы алды. Исемлектә Аптраҡ ауылынан Нурия Хисмәтуллина, 9-сы башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы Айгөл Төхвәтуллина, “ВНЗМ” йәмғәте эшсеһе Флүзә Уразбахтина ла бар (авт. Һүрәттә).
Район ҡатын-ҡыҙҙар Советы рәйесе Жанна Ғәйетҡолова үҙ сығышында ҡатын-ҡыҙҙың йәмғиәттә биләгән урыны, роле тураһында һөйләп, әхлаҡ, рухи үҫешкә тос өлөш индергән гүзәл заттарҙы ҡотланы. “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһе етәксеһе Сергей Макаров партия үҫеше йүнәлешендә әүҙем эш алып барғандарға иҫтәлекле бүләк тапшырҙы.
Байрамға үҙешмәкәр артистар әҙерләгән сағыу концерт номерҙары йәм өҫтәне.

Читайте нас