Яңылыҡтар
29 Ноября 2017, 11:53

Мөлкәт һалымын 1 декабргә тиклем түләргә

Судприставтары һалым инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре менән бергә республика башҡалаһында сираттағы рейд үткәрҙе.

Тикшереү барышында транспорт һалымы буйынса бурысын түләмәгән өсөн эйәһе “Hummer” автомобилһеҙ ҡала яҙҙы, һөҙөмтәлә ул шунда уҡ дәүләт файҙаһына 200 мең һум аҡса түләне.
Ошоға оҡшаш икенсе ваҡиға башҡасараҡ тамамланды. 107 мең һум һалым бурысы йыйылған Өфөлә йәшәүсе “Grand Cherokee” автомобилен һатыуға ҡуйҙы. Бурысы тураһында рейд барышында суд приставтарынан ғына ишеттем, тип белдерә. Әйткәндәй, ул үҙе һөнәре буйынса, юрист. Һалым бурысы тураһында белмәүе хаҡында, әлбиттә, ул алдай.
Транспорт һалымы йыйылған тағы бер кеше асыҡланды. “МАН” йөк машинаһы өсөн ул дәүләткә 130 мең һум бурысын түләмәгән. Һөҙөмтәлә машинаға арест һалынды һәм бурыслыға һаҡлауға ҡалдырылды. Бөгөн ул бурыстың төп өлөшөн түләне. Ҡалғанын яҡын арала түләргә вәғәҙә итте.
2017 йыл башынан республиканың суд приставтары бурыслыларҙан һалым һәм страховка иғәнәләре буйынса дәүләт бюджетына 1 миллиард 980 мең һум түләтте. Был һан былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда 664 миллион һумға күберәк.
Был тәңгәлдәге эштең һөҙөмтәлелеге башлыса суд приставтары һәм һалым инспекцияһының килешеп, мәғлүмәт менән алмашып эшләүенән ғибәрәт. Бергәләп республиканың район-ҡалаларында 27 февралдә башланған һәм аҙна һайын үткәрелгән “Юл приставы” аппарат-программа комплексын ҡулланып, рейд сараларын үткәреүгә ҙур иғтибар бирелә.
Йыл башынан мөлкәт һалымы буйынса 177 миллион һум, шул иҫәптән һалым органы менән бергә үткәргән рейдтар сиктәрендә 15 миллион һум бурыс түләтелде. Мәҫәлән, сентябрҙән ноябргә тиклем 12 ҡыйбатлы автомобилгә арест һалынды. Улар урында тартып алынды, һөҙөмтәлә 2 миллиондан ашыу бурыс ҡапланды. Арест һалынған мөлкәттең дөйөм суммаһы 2016 йыл менән сағыштырғанда 4 тапҡырға артығыраҡ - йыл башынан 865 миллион һумлыҡ мөлкәт тартып алынды.
Быйыл илдең бөтә төбәктәре өсөн мөлкәт һалымын түләү өсөн берҙәм ваҡыт билдәләнде - 1 декабрҙән дә һуңға ҡалмай түләргә. Мөлкәт һалымы иҫәбенә транспорт һәм ер һалымы инә. Суд приставтары хеҙмәте һалым ваҡытында түләнмәгән осраҡта һәр календарь көн өсөн пеня иҫәпләнеүе хаҡында иҫкәртә.
Бурысты үҙ теләге менән түләмәгән осраҡта суд пристав-башҡарыусы законға ярашлы, мәжбүри түләтеү сараларын (аҡсаға, мөлкәткә, бурыслының килеменә арест һалыу, һатыуға ҡуйыу, илдән сығыуҙы сикләү) ҡулланырға хоҡуҡлы.
Читайте нас