Сара барышында тәҡдим ителгән сығыштарҙа кешелек киләсәге ысын мәғәнәһендә әхлаҡи ҡиммәттәргә ныҡ бәйле, тигән фекер ҡыҙыл еп булып үтте.
Раштыуа уҡыуҙары Өфө епархийына ҡараған Нефтекама, Салауат, Бөрө епархийҙары ҡатнашлығында уҙҙы. Уларҙан тыш Башҡортостан мөфтөйө ярҙамсыһы Рәмил хәҙрәт Насиров, йәштәргә юғары белем биреү йүнәлешендә эшмәкәрлек алып барған уҡыу йорто, район-ҡала мәғариф идаралығы етәкселәре сығыш яһаны. Форумда ҡатнашыусылар дәүләт һәм йәмәғәт ойошмаларының ҡотлау сәләмдәрен еткерҙе. Район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов һәм республика сиркәү әһелдәре“Раштыуа уҡыуҙары” сараһы сиктәрендә уҙған конкурста еңгән уҡыусыларға иҫтәлекле бүләк тапшырҙы.
Пленар өлөштән һуң бер нисә секция ултырышы үтте. Конфессия- ара татыулыҡҡа сиркәү, мәсет, дәүләт, йәмәғәт структураларының бергә эшләүе, дөрөҫ йүнәлеш табыуы үҫеп килгән быуында әхлаҡи тәрбиә биреүҙә төп маҡсат булып ҡала. Рухи һәм әхлаҡи яҡтан көслө йәмғиәт – ҡеүәтле ил нигеҙе.