Ҡала мәҙәниәт һарайының ултырыштар залында “Берҙәм Рәсәй” партияһы конференцияһы үтте. Уны партияның урындағы бүлексәһе секретары ГеннадийШлычков алып барҙы. Район-ҡалала сәйәси партияның өс меңгә яҡын ағзаһы иҫәптә тора.
Башҡарма комитет етәксеһе Сергей Макаров йомғаҡлау сығышында 11 айға башҡарылған эштәрҙе билдәләне һәм партияның уңышлы эшмәкәрлеге халыҡ менән асыҡ, уртаҡ эш икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. “Аныҡ эштәр”, Заманса ҡала мөхите”,”Балалар спорты”, мәҙәниәт, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау һәм башҡа йүнәлештәрҙә башҡарылған эштәр Берҙәм Рәсәй партияһы программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырылды.
Сығыштарҙан һуң партия сафын тулыландырыу маҡсатында йәшерен тауыш биреү юлы менән яңы делегаттар, шулай уҡ 5 декабрҙә республика конференцияһына делегаттар һайланды. Исемлектә “Корнеевка” беренсел бүлексәһенән Зөлфиә Ғарипова, урындағы сәйәси совет ағзаһы Александр Суботин, район Советы депутаты Ирек Ғәббәсов.
Партияның урындағы бүлексәһенә даими ярҙамы өсөн бер төркөм депутаттар Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.