Көнгәк
+22 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
5 Декабря 2017, 09:35

Ихтыяр көсө, күтәренке рух өлгөһөн күрһәтеп

Район-ҡалала һаулыҡ буйынса мөмкинлектәре сикләнгәнбалаларҙы социаль яраҡлаштырыуға, уларҙың интеллектуаль һәм ижади һәләтенүҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә.

Район-ҡалала һаулыҡ буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы социаль яраҡлаштырыуға, уларҙың интеллектуаль һәм ижади һәләтен үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә. Йыл һайын улар ҡатнашлығында төрлө саралар үткәреү - шуға асыҡ миҫал.
Халыҡ-ара инвалидтар көнө айҡанлы үҙәк балалар китапханаһында “Дуҫтар менән күңелле” байрамы үтте. Унда Балалар-үҫмерҙәр ижад һарайының “Йәйғор” балалар театрының йәш артистары һәм сәнғәт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре ҡатнашлығында концерт ойошторолдо. Уларҙың сығышы һаулыҡ буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙыҡы менән аралаштырылып ойошторолдо. Байрамға килеүселәр Ислам Күскилдин, Ислам Дүшәнбаев, Софья Молчанова, Валерия Тимофеева, Азамат Әлимғужин, Азат Миңлейәров кеүек шиғыр уҡыусылар конкурсында юғары һөҙөмтәгә өлгәшкәндәрҙе тыңланы.
Был көндә шулай уҡ һүрәттәр, ҡул эштәре һәм фотоға төшөрөү буйынса конкурстарҙа әүҙем ҡатнашҡандар район-ҡала халыҡты социаль яҡлау, мәғариф һәм инвалидтар йәмғиәтенең Маҡтау грамоталарына, бүләктәренә лайыҡ булды. Балаларға бүләк алыуға эшҡыуар Дмитрий Шабашев ярҙам итте. Баһалама комиссияһына бөтәһе 74 эш тәҡдим ителде. Уларҙан “Ижад донъяһы” тип аталған күргәҙмә ойошторолғайны.
Байрам тамамланыу менән һаулыҡ буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙең бөтәһе лә Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенә ашыҡты. Унда инвалид балалар ҡатнашлығында спорт фестивале үтте. Спорттың 5 төрө буйынса үткән ярышта 35 бала ҡатнашты. Улар ҡулсаға туп ырғытты, пневматик ҡоралдан атты, дартста мәргәнлеккә һынау тотто, урындан оҙонлоҡҡа һикерҙе, шашка уйнаны. Балаларҙың бөтәһе лә еңеүгә ҙур ынтылыш, көслө ихтыяр күрһәтте. Ғөмүмән, спорт фестивалендә еңелеүселәр булманы. Туп ырғытыуҙа айырыуса Данил Лопаткиндың, Арина Колоскованың, дартста Николай Фәйзуллиндың, Диана Субееваның һөҙөмтәләре юғары булды. Шулай уҡ шашка уйынында, оҙонлоҡҡа һикереүҙә алдынғылар билдәләнде. Балалар, уларҙың атай-әсәйҙәре байрамдан сағыу тьҫораттар алып, тиҫтерҙәре менән аралашып, яңы дуҫтар табып таралды.
Шашка уйынының ҡыҙған мәле.
Автор фотоһы.
Читайте нас