Яңылыҡтар
5 Декабря 2017, 09:18

Исемдәре йондоҙ һымаҡ балҡыған исемдәр

Беҙ уларҙы оноторға тейеш түгелбеҙБилдәлебулыуынса, 2016 йылдың 17 майында Рәсәй Президенты Владимир Путин Башҡортостан Республикаһының100 йыллығын байрам итеү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы.

Беҙ уларҙы оноторға тейеш түгелбеҙ
Билдәле булыуынса, 2016 йылдың 17 майында Рәсәй Президенты Владимир Путин Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығын байрам итеү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы. Был башҡорт халҡы тарихындағы, ысын мәғәнәһендә, мөһим ваҡиға. Шул айҡанлы республикала бик күп саралар үткәрелә.
Тарихи ваҡиғаны байрам итеү сиктәрендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты милли дәүләтселекте ойоштороу башланғысында торған бөйөк кешеләрҙең исемдәрен мәңгеләштереүгә йүнәлтелгән «Башҡортостан дәүләтселегенең барлыҡҡа килеүе һәм аяҡҡа баҫыуы: 100 шәхес» проектын иғлан иткәйне. Күптән түгел баш ҡалабыҙ Өфөлә республиканың Милли музейында Башҡорт автономияһы иғлан ителеүҙең 100 йыллығына арналған "түңәрәк өҫтәл" ултырышы үтте.
Ултырышта тарихсылар, ғалимдар, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеттары рәйестәре, район-ҡалаларҙың тыуған яҡты өйрәнеүселәре йәмғиәттәре етәкселәре, ағзалары ҡатнашты. Шулай уҡ унда “Башҡортостандың күренекле 100 шәхесе” исемлегенә ингән республиканың сәйәси тормошонда әһәмиәтле роль уйнаған кешеләрҙең ейәндәре саҡырылғайны.
"Түңәрәк өҫтәл" эшендә ҡатнашҡандарҙы Республика Башлығы Хакимиәтенең Милли сәйәсәтте ғәмәлгә ашырыу бүлеге мөдире урынбаҫары Илшат Ханов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Әмир Ишемғолов сәләмләне.
Быйыл "Башҡортостан" ижтимағи-сәйәси гәзите лә үҙенең 100 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Шул айҡанлы уның баш мөхәррире Азамат Юлдашбаев, ошо уҡ гәзиттең бүлек етәксеһе, шағирә Лариса Абдуллина, тарихты, тыуған яҡты һәм күренекле башҡорт шәхестәре тураһында эҙләнгән Мәсетле районы журналисы Марат Ғафаров "Ал да нур сәс халҡыңа!" миҙалы менән бүләкләнде. Шулай уҡ “Башҡортостан” гәзите баш мөхәррир урынбаҫары Алһыу Әһлиуллина Маҡтау грамотаһына лайыҡ булды.
Башҡортостан Республикаһының барлыҡҡа килеү тарихы тураһында төп доклад менән тарих фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт университеты профессоры Марат Ҡолшәрипов сығыш яһаны.
Филология фәндәре докторы, тарихсы һәм яҙыусы Рәшит Шәкүр башҡорт халҡының билдәле шәхестәренең исемен мәңгеләштереү тураһында изге эште артабан да дауам итеү кәрәклеген белдерҙе.
З.Биишева исемендәге "Китап" нәшриәте баш мөхәррире Зөлфиә Ҡарабаева, Башҡортостан Милли музейы генераль директоры Ғәли Вәлиуллин Башҡортостандың 100 йыллығын байрам итеү сиктәрендә башҡарылған эшмәкәрлек хаҡында мәғлүмәт бирҙе.
Сара сиктәрендә тарихсы, журналист Азат Ярмуллиндың "У истоков Башкирской Республики" тип аталған китабының презентацияһы булды. Китапта республика сәйәсәтендә ҙур роль уйнаған арҙаҡлы 60 дәүләт эшмәкәренең биографияһы бар. Унда шулай уҡ республиканың Милли архивы, Милли музейы фондтарынан, ғаилә архивтарынан фотолар урынлаштырылған. Тарихсы был тәңгәлдәге эшен дауам итә. 2019 йылда «Башҡортостан дәүләтселегенең барлыҡҡа килеүе һәм аяҡҡа баҫыуы: 100 шәхес» проекты йомғаҡтары буйынса китаптың икенсе өлөшөн сығарырға планлаштыра.
Ултырыштың икенсе өлөшөндә башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәрҙәре Усман, Хәлил, Ғәли Тереғоловтар тураһында - Рәшит Латипов (Хәлиулла Тереғоловтың ейәне), Әмир, Гәрәй, Мөхтәр, Сөләймән Ҡарамышевтар хаҡында Салауат Ҡарамышев (Әмир Ҡарамышевтың ейәне), башҡорт дворяндар нәҫеле Мутиндар һәм Илдархан Мутин буйынса Радик Бәхтиев, Яхъя Сәлихов яҙмышы тураһында улы Мөнир һәм ейәнсәре Эльмира һөйләне.
Шуны ла билдәләп үтеү мөһим: Смаҡ ауылында Муса Смаҡовҡа таҡтаташ асыу ваҡиғаһы буйынса Мәләүез районы башҡа төбәктәргә өлгө итеп ҡуйылды. Был тәңгәлдә айырыуса эште башлап йөрөүсе Илмира Фәйзуллинаға рәхмәт белдерелде. Илмира Юлай ҡыҙы, үҙ сиратында, тәжрибә менән уртаҡлашты.
Фекер алышыуҙан һуң "түңәрәк өҫтәл" ултырышы резолюцияһы проекты ҡабул ителде. Башҡорт халҡының арҙаҡлы ул һәм ҡыҙҙарының исемлеген тулыландырыуҙы дауам итеү, был эшкә киң йәмәғәтселекте йәлеп итеү, күмәк көс менән атҡарып сығыу бурысы билдәләнде.
Читайте нас