Мәләүез инвалидтар ойошмаһы-республика кимәлендә иң яҡшылар исемлегендә. Уның ағзалары район-ҡалала ғына түгел, республика кимәлендә уҙған спорт, мәҙәни, ижади сара, конкурстарҙың әүҙем ҡатнашсыһы булараҡ, маҡтаулы урындар яулай. Яңыраҡ яҡташыбыҙ Римма Шәйәхмәтова Мәскәүҙә Халыҡ-ара “Мин-автор” фестивалендә ҡатнашты. Һаулыҡ буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәр предприятие, учреждение, ойошмаларҙа эшләп, үҙҙәрен төрлө тармаҡта һынай.
Тантаналы йыйылыш ветерандар хоры менән башланды. Район Хакимиәте башлығының социаль мәсьәләлр буйынса урынбаҫары Геннадий Александрович йыйылыусыларҙы тәбрикләп, тап ошо уңыштарҙы һанап үтте һәм бер төркөм инвалидтарға Район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов исеменән Маҡтау грамотаһы тапшырҙы.
Мәләүез инвалидтар ойошмаһы рәйесе Ринат Дәүләтшин сығышында байрам тарихына ҡыҫҡаса байҡау яһап, үҙҙәренең юбилейҙарын билдәләгән ағзаларҙы тәбрикләне.
Район-ҡаланың һуҡырҙар ойошмаһы етәксеһе Шамил Ноғманов та эшмәкәрлеккә район Хакимиәте, бағымсылырға күрһәтелгән ярҙамы өсөн рәхмәт белдерҙе.
Сарала үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүгә тос өлөш индергән “Һуғыш балалары” ойошмаһы ағзаларына миҙал тапшырылды.
Тантаналы йыйылыш Балалар-үҫмерҙәр ижад һарайы, ҡала мәҙәниәт һарайы үҙешмәкәр артистары сығышы, йыр, шиғыр, бейеүҙәр менән үрелеп дауам итте.
ҺҮРӘТТӘ: Валерия Тимофееваның сығышы бөтәһенә лә оҡшаны.