10 декабрь - Кеше хоҡуҡтары көнө
Уны 1948 йылдың тап ошо көнөндә БМО-ның Генераль Ассамблеяһы кеше хоҡуҡтарының дөйөм декларацияһын ҡабул итә. Кеше хоҡуҡтары – ҡатмарлы, төрлө яҡлы, шул уҡ ваҡытта фәлсәфәүи, сәйәси, әхлаҡи һәм хоҡуҡи төшөнсә. Уның төп нигеҙе – азатлыҡ һәм ғәҙеллек. Йәмғиәтебеҙҙә йәшәгән һәр кеше үҙ хоҡуғын белергә тейеш.
Байрам айҡанлы, «Диалог» агентствоһы етәксеһе Илгиз Кансияров менән әңгәмәләштек.
- Илгиз Айҙар улы, юридик хеҙмәт күрһәткән «Диалог» агентлығы ниндәй йүнәлештә эшләй һәм нимәләр менән шөғөлләнә?
- Агентствола дөйөм юридик һорауҙар ҡарала. Бурыслыларға ярҙам күрһәтеү, бурысты түләүгә өҫтәмә ваҡыт биреү, уларҙы йыйыуҙа ярҙам итеү, детектив хеҙмәте һәм күсемһеҙ милек буйынса ярҙам күрһәтеү менән шөғөлләнәбеҙ.
- Халыҡ күберәк һеҙгә ниндәй һорауҙар менән мөрәжәғәт итә?
- Ҡабул итеүгә юридик белеме булмағандар күберәк килә, мәҫәлән, кемдер бурысҡа биргән аҡса ала ла ҡайтара алмай, йәки һуңғы ваҡытта, расписка ғына яҙып, ауыл халҡынан ит йыйып киткән мутлашыусыларҙан зыян күреүселәр мөрәжәғәт итә. Ауыр тормош хәлендә ҡалып, кредит буйынса бурысы йыйылғандарға ярҙамға киләбеҙ. Квартира, йорт, ер һатыу йәки һатып алыу буйынса мөрәжәғәт итеүселәр бар. Беҙ киң йүнәлештә эшләйбеҙ тиһәм, хата булмаҫ, моғайын.
- Төрлө осраҡтар була. Суд приставтары башҡарыусы документты алып килә, ә уның түләрлек мөмкинселеге юҡ, йәки ҡайһы берәүҙәр мөлкәтен ниндәйҙер юл менән туғандары исеменә күсерә. Шуға күрә бындай осраҡта һөҙөмтә булмауы ла ихтимал, тулы гарантия ла биреп булмай. Шәхси детектив хеҙмәт күрһәткәндә икенсе төрлөрәк. Был осракта һөҙөмтә булһа, түләү күберәк. Һәр адвокат судта һинең мәнфәғәтеңде яҡлай икән, һөҙөмтә кире йәки ыңғай булыуға ҡарамаҫтан, аҡса ала.
- Һеҙҙә хеҙмәт хаҡы нимәгә нигеҙләнеп формалаша?
-Хеҙмәт баҙарындағы хаҡтар нигеҙендә инде. Ниндәй хеҙмәт күрһәтеүеңә ҡарап түләнә.
-Хеҙмәт юлығыҙ менән ҡыҫҡаса таныштырһағыҙ ине?
- 1999-2008 йылдарҙа хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләнем. 2008 йылдан «Диалог” агенстлығын асып, ошонда төрлө йүнәлештә юридик хеҙмәт күрһәтеү менән шөғөлләнәм.
- Юрист ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш?
- Тәү сиратта һөнәренә тоғро һәм теүәллек талап ителә.
- Гәзит уҡыусыларға әйтер һүҙегеҙ?
- Документтар менән бәйле эш башлағанда, юрист менән кәңәшләшеү тураһында әйтер инем. Күптәребеҙ үҙ хоҡуҡтарын белмәү сәбәпле, мутлашыусылар тоҙағына эләгә. Шулай уҡ суд ултырышына барғанда ла уның үҙенсәлектәрен алдан өйрәнергә кәрәк тип уйлайым.
- Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт, эшегеҙҙә уңыштар теләйем!
Һүрәттә: кеше хоҡуғын яҡлаусы Илгиз Кансияров.