Көнгәк
+21 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
16 Декабря 2017, 12:18

Рәсәйҙә ЗАГС органы барлыҡҡа килеүгә - 100 йыл

Мөһим тармаҡ хеҙмәткәрҙәре ҡотлауҙар ҡабул итә 18 декабрҙә Рәсәй Гражданлыҡ хәле акттарын теркәү органына 100 йыл тула. Шуға бәйле илдә, шул иҫәптән республикала, районда төрлө саралар, байрамдар ойошторола.

Мөһим тармаҡ хеҙмәткәрҙәре ҡотлауҙар ҡабул итә
18 декабрҙә Рәсәй Гражданлыҡ хәле акттарын теркәү органына 100 йыл тула. Шуға бәйле илдә, шул иҫәптән республикала, районда төрлө саралар, байрамдар ойошторола.
Иҫтәлекле дата алдынан район Хакимиәтенең ЗАГС бүлеге хеҙмәткәрҙәре үҙенең һөнәри байрамын билдәләне. Был көндө “Подсолнух” кафеһына граждандарҙың хоҡуғы, бурысы барлыҡҡа килеүен, үҙгәреүен, туҡталыуын билдәләгән, шулай уҡ уларҙың хоҡуҡи хәлен күрһәткән акттарҙы теркәгән орган менән тығыҙ хеҙмәттәшлектә эшләгән идаралыҡтар, учреждениелар һәм быйыл декабрҙә гәүһәр туйҙарын билдәләгән ғаилә парҙары саҡырылғайны.
Әйтергә кәрәк, ЗАГС бүлеге үткәргән сараларҙың бөтәһе лә ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауға, йәш быуынға әхлаҡи тәрбиә биреүгә, татыу ғаиләләрҙең тәжрибәһен таратыуға, пропагандалауға, кеше тормошондағы иң мөһим ваҡиғаларҙың дәүләт әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә алыуға йүнәлтелгән. Был тәңгәлдә йәштәрҙең ғаилә хәлен теркәү, яңы тыуған баланы дауаханан сығарыу, юбилярҙарҙы ҡотлау кеүек һәм башҡа ваҡиғаларын тантанаға әйләндереүҙе атарға мөмкин.
Байрам сараһы район Хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Геннадий Шлычков һәм ЗАГС бүлеге начальнигы Лилиә Менчикованың Нажиә һәм Миҙхәт Әбдрәшитовтарҙы, Валентина һәм Александр Фокиндарҙы 60 йыл бергә татыу ғүмер итеүҙәре менән ҡотлап, Республика Башлығы бүләген тапшырыу менән башланды. Ҡотлау һүҙҙәренә юбилярҙар эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан ойошма вәкилдәре ҡушылды.
Һөнәри байрамдары айҡанлы Лилиә Әҡсән ҡыҙы етәкселегендәге ЗАГС бүлеге хеҙмәткәрҙәренә лә ҡотлау һәм рәхмәт һүҙҙәре күп яңғыраны. Кеше тормошондағы иң мөһим хәл-ваҡиғаларҙы теркәү менән шөғөлләнгән учреждение хеҙмәткәрҙәре, ысын мәғәнәһендә, ихтирамға лайыҡ, сөнки улар алып барған эштең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.
Һүрәттә: район Хакимиәтенең ЗАГС бүлеге начальнигы Лилиә Менчикова ғаилә юбилярҙарын ҡотлай.
Автор фотоһы.
Читайте нас